Аҙна яңылыҡтары. Белорет ҡалаһында өс тәүлек элек хәбәрһеҙ юғалған Яна Перчаткина һаманғаса табылмаған 07.05.2017

Туғыҙ йәшлек  ҡыҙ баланы эҙләүгә  5 йөҙләп кеше йәлеп ителде. Урындағы һәм күрше төбәктәрҙән килгән полиция хеҙмәткәрҙәренә ирекмәндәр ҙә ҙур ярҙам күрһәтә. Яна  3 май иртәһендә дәрескә тип  сығып китеүҙән ғәйеп була. Өйҙән ҡасып  китерлек бер сәбәп тә булманы, быға тиклем дә бындай хәл  күҙәтелгәне юҡ ине, ти ҡыҙҙың әсәһе. Был көндө ул бала табыу йортонда була. Яна юғалғас яңы тыуған сабыйы менән йортона ҡайтарыла. Белгестәр ҡыҙҙың әсәһен ҡыҙғанып  сығып китеүен дә фаразлай.

Шулай уҡ үгәй атай ҙа хоҡуҡ һаҡсылары күҙәтеүе аҫтында. Унан хатта, днк билдәләргә анализ да алғандар. Был аңлашыла, сөнки Белоретта 2012 йылда ғына 12 йәшлек Алена Горячеваны үгәй атаһы мәсхәрәләп үлтереп эт ояһы аҫтына күмеп ҡуйғайны. Ул ваҡытта ла атай тейеш кеше халыҡ менән бергә үгәй ҡыҙын эҙләп йөрөгән булды. Ҡыҙын үлтереүе тураһында хатта, әсәһе лә белгән булып сыҡты. Ләкин ни сәбәптәндер бала үлтереүсе  ирен яҡлап маташты. Енәйәт асыҡланды, ир үҙ язаһын алды. Ләкин был аҙналағы осраҡ аяныслы тамамланырына бер ҙә генә ышанғы килмәй. Яна иҫән, ни бары өйҙән сығып киткән дә кире әйләнеп ҡайтыр тигән өмөт бар. Барыһы ла өмөтләнә, ышана һәм эҙләүҙе туҡтатмай.
Белорет ҡалаһының 18-се мәктәбендә рус теле дәресе бара,  бөгөн уҡыусылар яңы тема өйрәнергә тейеш. Әммә балаларҙа  уҡыу ҡайғыһы юҡ, уларҙың күҙҙәрендә хәүеф һәм өлкәндәрсә хәстәр. Бәләкәй булһалар ҙа яҡшы аңлайҙар, синыфташтары бәләгә тарыған. Янаның урыны өсөнсө көн инде буш тора. Уҡытыусылар әйтеүенсә,  белем усағында ҡыҙҙың юғалыуын бөтәһе лә ауыр кисерә, шау-гөр килгән мәктәп тә һуңғы көндәрҙә тынып ҡалған.
Яна 3 май дәрескә тип сығып киткән ерҙән ғәйеп була.Ҡыҙҙың мәктәпкә килеп етмәүен синыф етәксеһе төш ваҡытында ғына шылтыратып әйтә. Бер көн алдан ғына  бала табыу йортонан сыҡҡан әсә  был хәбәрҙән шаңҡып ҡала. Тәүҙә улар ҡыҙҙы туғандарында һәм дуҫтарында эҙләп ҡарай, әммә Янаны белеүсе лә, күреүсе лә табылмай.  
Хәбәрсе. Яна әсәһе һәм үгәй атаһы ҡулында тәрбиәләнгән була, әсәһе бала табыу йортона ингәс ул өләсәһе янында ла йәшәп ала.  Шуға күрә  белгестәр ҡыҙҙың юғалыуын яңы тыуған сабыйға көнләшеү тойғоһо менән  бәйләй. Ҡустыһын алып ҡайтҡандан һуң Янаның үҙен бер кемгә лә кәрәкмәй тип тойоуы бар. Бындай осраҡта баланы алдан әҙерләү кәрәк. Икенсенән, белореттар әйтеүенсә,  ҡыҙҙың психологик проблемалары алдан  да була.Тәүҙә Яна өйҙәре янындағы мәктәптә уҡый, әммә синыфтағы  ата-әсәләрҙең мөрәжәғәте нигеҙендә  ҡыҙ белем усағынан күсерелә. Һәм алыҫтараҡ урынлашҡан 18-се мәктәптә уҡый башлай, ә был учреждениеға юл халыҡ араһында хәүефле һаналған район аша үтә. Янаның үҙ-үҙенә-йомолоуын, тиҫтерҙәре менән артыҡ аралашмауын да  билдәләйҙәр. Белгестәр бындай осраҡта психолог ярҙамында мөрәжәғәт итергә кәрәк тип иҫәпләй, әммә беҙҙә был система үҫешмәгән.
Әле Янаны эҙләү менән хоҡуҡ һағында тороусылар ҙа, ирекмәндәр ҙә шөғөлләнә. Ҡыҙ һуңғы тапҡыр мәктәп эргәһендәге магазинға инеп сыҡҡан тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Әле тәфтишселәр видеокамера яҙмаларын тикшерә. Халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа  ҡыҙҙың фотоһүрәте менән иғландар элеп сығылған.
Әлеге ваҡытта 9 йәшлек баланың юғалыуына бәйле «кеше үлтереү» статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған, был эҙләү эшен тиҙләтеү һәм киңерәк йәйелдереү маҡсатында эшләнелгән. Ҡыҙҙың әсәһенең  дөрөҫтө  һөйләйме юҡмы икәне детекторҙа тикшерелгән,  үгәй атайҙан ДНК анализы алынған. Ҡыҙҙың олатаһы әйтеүенсә, ирҙең тиҙ арала Өфөгә юлланырға йыйыныуы ла шик тыуҙырған.  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика