АҘНА ЯҢЫЛЫҠТАРЫ. Башҡортостандың  көнбайышында «ҡатыморондар»  хәүеф тыуҙырһа, көньяҡта  «тайыштабандар» ҡурҡыта 09.10.2016

Айырыуса айыуҙарҙан таулы райондарҙа йәшәүселәр ыҙа сигә. Улар урманда малды ҡырыу ғына түгел, ауылдарға ла төшә башлаған. Ҡабандарҙы атырға рөхсәт биргәндәр ҙә, ә бына урман хужаларына тейеү бөтөнләй тыйыла. Хатта, һаҡланыу, иҫән ҡалыу  өсөн атһаң да оҙаҡ ҡына теңкәңде ҡоротасаҡтар. Ул арала язаһыҙ ҡаласаҡтарын белгән тайыштабандар бөтөнләй шаша. Ейәнсураның замана айыуҙары умартаны шунда уҡ туҙҙырып түгел, урманға күтәреп алып китеп тәртипле генә ултырып ашай. Балтаста урман хужаһы көпә-көндөҙ ауыл уртаһына төшөп кем икәнлеген күрһәткән. Халыҡ бер ни эшләй алмай.

Ғафури районы Толпар ауылында бүреләр йылҡы өйөрөнә һөжүм иткән. Йыртҡыстар ҡолондоң артҡы ботон өҙөп ала яҙған. Бындай күренештәр төбәктә беренсе тапҡыр ғына теркәлмәй. Сентябрҙә генә улар тиҫтәнән ашыу һыйырҙы юҡ иткән. Ике ҡолон зыян күргән.  
Ә бына бүреләрҙән айырмалы, айыуҙарҙың хатта, ауылдарға инеү осраҡтары теркәлгән.  Белгестәр, бындай күренештәрҙе быйылғы ҡоролоҡ менән бәйләй. Сөнки урманда айыуҙар яратып ашаған миләш- баландар уңмаған. Шунлыҡтан улар ризыҡ эҙләп ауылдарға яҡын килә. Хәлде һунарсыларҙың йырҡыстарҙы атыуға рөхсәте булмауы ла ҡатмарлаштыра.
Айыу-бүреләр ҡатнашлығындағы бындай хәлдәр айырыуса урманға яҡын урынлашҡан төбәктәрҙә йыш теркәлә. Әйткәндәй, ҡырағай хайуандар шулай уҡ  ваҡ малға, бигерәк тә бал ҡорттарына күпләп һөжүм итә.  Айыуҙар һуңғы айҙа ғына Ейәнсура районында йөҙләп умартаны туҙҙырған.  
Ишембай районы Маҡар ауыл биләмәһендә айыу бер-нисә көн эсендә генә тиҫтәгә яҡын малға ташланған. Йорт хайуандарының йыртҡыстар табышына әйләнеүендә халыҡ үҙе үк ғәйепле, тип иҫәпләй белгестәр. Сөнки күп кенә ауылдарҙа көтөүҙәр юҡ, кешеләр малдарын урманға, йәки яланға сығарып ебәрә, улары инде айыу-бүреләр өсөн еңел ризыҡ сығанағына  әйләнә.
Бәхеткә күрә, әлегә йытҡыстарҙың кешегә ташланған осраҡтары теркәлмәгән. Шулай ҙа быйыл яҙ  Яңауыл районында йәшәүсе ир айыу ҡорбанына әйләнә  яҙҙы. Урман гиҙергә сыҡҡан Кәримхан Кәлимуллин өсөн был осрашыу еңелсә йәрәхәттәр менән генә тамамлана. Айыу уҙамандың битендә яра һәм тырнаҡ эҙҙәре ҡалдыра. Шуға ла  көтөлмәгән күңелһеҙ хәлдәргә тарымаҫ өсөн, иғтибарлы булыу, ябай ғына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен белеү зарур.
Айыу күпселек осраҡта үҙенән көсһөҙҙәргә һөжүм итә. Шуға ла улар  ҡурҡышынан ҡасыу яғын ҡараған кешеләргә һәм малдарға икеләтә хәүеф тыуҙыра. Бынан тыш, айыуҙарҙың  вегетариансы түгел икәнлеген дә оноторға ярамай. Ҡышҡы йоҡоға талыр алдынан улар ит ашап, май йыйып ҡалырға тырыша.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика