Аҙна яңылыҡтары. Башҡорт ғаиләһе көнө 19.02.2017

Ҡыҙыҡ, Америка ҡушма штаттарында ҡарға бутҡаһын байрам итәләрме  икән? Яҙғыһын ҡырға сығып уйын-көлкө ҡороп,  тары бутҡаһы бешереүҙәр, ҡоштарҙы һыйлау, башҡа йола  ойошторалармы икән? Ә ниңә, беҙ бит уларҙың Хеллоуин тигән байрамдарын билдәләйбеҙ. Ҡот осҡос ҡарасҡылар эшләйбеҙ, үләкһәләр аштары бешерәбеҙ, кеше ҡурҡытабыҙ. Уның ҡайҙан барлыҡҡа килгәнен, ниндәй тәрбиәүи ҙенсәлеге барлығын   һәм ахыры нисек булырын уйлап ҡараған да юҡ.

Бына был аҙнала илебеҙ изге Валентин көнөн билдәләне. Бер-береңә тағы бер ҡабат иғтибар биреү яҡшы ,әлбиттә, әммә күптәр был байрамды мәғәнәһеҙ тип һанай. Милли йәмәғәт ойошмалары сит илдәрҙән үҙләштерелгән байрамдар урынына үҙебеҙҙекен, күңелгә ятышлыһын, тәрбиәүи әһәмиәте булғанын билдәләргә тәҡдим итә. Былтыр Стәрлетамаҡтар изге Валентин көнө урынына Башҡорт ғаиләһе көнөн байрам итте. Был ниәтен улар тотош республика күләменә сығармаҡсы. Юғиһә, милли ғаилә институты юғала бара, тигән фекерҙә улар. Борсолоу урынлымы? Мартта өҫтәмә байрам барлыҡҡа килерме?

Быныһы килен булып төшкәндәге һандығым, ә был самауыр иптәшемдең өләсәһенән ҡалған ҡомартҡы.

Шәйхетдиновтарҙың өйөндә башҡортлоҡ рухы бөркөлөп тора. Бүлмәләр заманса, әммә милли биҙәктәр ҡушып йыһазландырылған, өҫтәлдә башҡорт аш-һыуҙары, ә балаларҙың ҡулында ҡурай. Рәзилә менән Руслан улдарына милли тойғоно, үҙаңды бәләкәй саҡтан һеңдерергә тырыша. Өфөлә тыуып үҫкән атай кеше телгә, милләткә һөйөүҙең ғаиләлә һалынғанын яҡшы аңлай. Мөхиттең дә йоғонтоһо ҙур, шуға Шәйхетдиновтар улдарын башҡорт гимназияһына уҡырға биргән. Малайҙар "Тамыр"ҙа тапшырыуҙар ҙа алып бара. Икәүбеҙҙә лә  милли рух көслө, шуға маҡсаттарыбыҙ ҙа уртаҡ, был үҙ милләтең вәкиле менән ғаилә ҡороуҙың өҫтөнлөгө, ти  хужалар.

Киләсәктә ҡала ерлегендә лә Шәйхетдиновтар кеүек рухлы башҡорт балалары тәрбиәләгән илһөйәр һәм телһөйәр ғаиләләр тағы артыр тип ышанырға мөмкин. Ошо көндәрҙә Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы 1 мартты башҡорт ғаиләһе көнө тип иғлан итеү тәҡдиме менән сыҡты. Ойоштороусылар әйтеүенсә, программа башҡорт ғаиләһенең абруйын күтәреүҙе, буйҙаҡтар,   айырылышыуҙар һанын кәметеүҙе пропагандаларға ниәтләй.

Ғаилә көнөнә нигеҙҙе былтыр стәрлетамаҡтар һала. Ҡала ҡоролтайы 1 мартты Мөхәббәт, тоғролоҡ, ғаилә көнө тип иғлан итә. Был байрам да ғаиләнең абруйын күтәреүҙе һәм ситтәр көйөнә бейемәүҙе маҡсат итеп ҡуйыуҙан барлыҡҡа килә.  

Йәмәғәт эшмәкәрҙәре иһә башҡорт ғаиләһе көнөн аныҡ саралар менән  нигеҙләргә тәҡдим итә. Башҡорт ғаиләһен пропагандалауҙан тыш, йәштәр араһында аңлатыу эштәре алып барыу мотлаҡ. Егеттәр һәм ҡыҙҙар икенсе милләт кешеһе менән никахлашыуҙың эҙемтәләрен алдан уҡ аңларға тейеш. Ғаилә ҡороу  ғашиҡлыҡ ҡына түгел, буласаҡ балаларың өсөн әсәй һәм атай һайлау ҙа... Яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре Мәрйәм Бураҡаева фекеренсә, ярым-йорто милләтле кеше  үҙ эшенең оҫтаһы булырға мөмкин, тик ул шәхес була алмай. Ҡатнаш ғаиләләр милләте  юҡҡа сығара.

Йәне теләгән йылан ите ашаған. Әлбиттә, бер кем дә кешене  башҡа милләт вәкиле менән ғаилә ҡороуҙан тыя алмай.  Шул уҡ ваҡытта тыуасаҡ баланың яҙмышы өсөн дә яуаплылыҡ тойғоһо булырға тейеш. Әгәр балаңдың ата-бабаң телеңдә  һөйләшеүе, үҙ халҡыңдың лайыҡлы алмашы булыуын теләйһең икән уйланырға урын бар.  

Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика