Аҙна яңылыҡтары. Баш ҡаланың Беренсе май урамында тағы ла  асфальт ишелде 04.12.2016

Зыян күреүселәр юҡ. Сөнки, был авария тураһында коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре алдан уҡ белгән. Юл ҡатламы сатнай башлау менән улар был урынды кәртәләп алған була. Ремонт эштәре башлауға рөхсәт ҡағыҙы эшләүҙәрен көткән арала асфальт ишелеп тә төштө. Тәбиғәт күренешме был, әллә коммуналь авариямы?  

Үткән аҙналағы ер ишелеүе ихатала булһа, был юлы соҡор беренсе май урамының ҡап уртаһында барлыҡҡа килгән. Бәхеткә күрә зыян күреүселәр ҙә, ер аҫтына төшөпе киткән автомобилдәр ҙә юҡ. Коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре асфальт сатнай башлағас та авария урынын билдәләп ,кәртәләп ҡуйған.
Азамат Йәлилов, участка етәксеһе: «Дүшәмбе үк был урынды кәртәләп алғайныҡ. Асфальт сатнай башлау менән тикшереү үткәрҙек.Торбаларҙан һыу ағып тороп ер ҡатламын йыуған. Шул сәбәпле бушлыҡ барлыҡҡа килгән».
Белгестәр әйтеүенсә, ғәҙәттән тыш хәлгә карст бушлыҡтарының бер ҡыҫылышы ла юҡ. Сәбәп -кеше факторы. Йәғни, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренең эште минән киткәнсе  эйәһенә еткәнсе, тип башҡарыуҙары.
Мария Шерегина, «Өфө һыу каналы» предприятиеһының йәмәғәтселек менән бәйләнеш буйынса менеджеры: «Күптән түгел генә был урында инженер селтәрҙәрен төҙөкләндереү эше үткәйне. Күрәһең, хеҙмәткәрҙәр үҙ эшен еренә еткереп үтәмәгән. Хәҙер шул уҡ ойошма гарантия буйынса унда ремонт эштәре башҡара».
Шулай ҙа   йәмәғәтселекте һиҫкәнергә мәжбүр итте был хәл. Һуңғы арала ғына ошондай ике осраҡ теркәлеүе шикләнерлек тә шул.
Баш ҡала етәкселеге халыҡты ерле юҡтан паникаға бирелмәҫкә өндәй. Өфө геологик ҡатмарлы ерҙә урынлашҡаны билдәле. Карст бушлыҡтары миллион йылдар элек нисек булған шул килеш һаҡлана. Ләкин һауа шарттары, кеше факторы тәбиғәтте үҙгәртә. Һәр тиҫтә йыл һайын бынлдай хәлдәр булып тора. Тик һуңғы ваҡиғаның йорттарға яҡын булыуы ғына ғауға ҡуптарҙы, ти белгестәр.
Владимир Камалов, картограф: «Сәйәхәтсе Паллас та Өфө тураһында ҡала төҙөү өсөн бик насар урынды һайлағандар, тип яҙып ҡалдырған. Карст процесстары беҙҙә миллион йылдар элек үк барлыҡҡа килгән. Әле климаттың үҙгәреүе, коммуникацияларҙың тәьҫире һөҙөмтәһендә ер убыла. Кеше бит хәҙер ер ҡатламына тәрәнерәк инә башланы, ер аҫты һыуҙарын һурҙыра, йылғаларҙы быуа. Был күренештәр һөҙөмтәһеҙ үтмәй».
Дөрөҫ, архитекторҙар ҙа аңһыҙ түгел. Ентекле тикшерелмәгән ергә, карст бушлыҡтарының ҡап өҫтөнә торлаҡ төҙөлмәй. Сатнай башлаған йорттарға маяҡтар ҡуйылып күҙәтеү алып барыла. Халыҡҡа хәүефләнергә урын юҡ, тип ышандыра ҡала етәкселеге.
Ер ишелеүе быға тиклем дә булып торҙо. Ни бары бер юлы ике ваҡиғаның теркәлеүе генә халыҡты мыжғытты.  Интернет киңлектәрендә, социаль селтәрҙәрҙә был ғәҙәттән тыш хәл ҡыҙыу фекер алышыу тыуҙырҙы. Кемдер коммуналь өлкәне һүкһә, күләгәһенән дә ҡурҡыусылар карст бушлыҡтары фаразын яҡлай. Ҡайһы бер әсе теллеләр был ваҡиғаға көлкө аша ғына ҡарай. Йәнәһе лә, үткән аҙнала ер аҫтана инеп юғалған Лада Калина автомобиле өҫкә сығырға урын эҙләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика