Аҡмулла аманатына тоғролоҡ һаҡлаусы

Аҡмулла аманатына тоғролоҡ һаҡлаусы 25.02.2015

Әбйәлил районында йәшәүсе ағинәй Вәсилә Садиҡова тап шундайҙарҙан. Ул 75 йәшен билдәләне. Ошо уңайҙан район мәҙәниәт йортонда ҙур кисә ойошторолдо. Юбилей сиктәрендә сәсәниәнең  «Әйт, тиһәгеҙ, әйтәйем» китабының исем туйы ла үтте. Йыйынтыҡтың төҙөүсеһе Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты профессоры Ғәҙилә Бүләкова.  

Вәсилә Садиҡова 1940 йылда Үтәгән ауылында донъяға килгән. Ун ете йәшендә күрше Һәйетҡолға килен булып төшкән. Диндарҙар ғаиләһендә тәрбиәләнгән ҡыҙ бәләкәйҙән аят, сүрә, мөнәжәт¬тәр тыңлап үҫә. Ғүмере буйы йәмғиәт тормошо менән ҡайнап йәшәй. Оҙаҡ йылдар  ауыл клубында мөдир булып эшләй. Уның тырышлығы менән Һәйетҡолда «Ҡарға бутҡаһы», ауылдаштар осрашыуы һәм башҡа байрамдар уҙғарыла. Заманында тиҫтәләрсә йыл ауыл һәм район советы депутаты вазифаһын башҡарған Вәсилә Зәйнулла ҡыҙы бөгөн дә йәштәргә тәрбиә, фәһемле кәңәштәрен биреп ғүмер итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика