Һаҡланғанды алла үҙе һаҡлар, тип бушҡа ғына әймәгәндәр

Һаҡланғанды алла үҙе  һаҡлар, тип бушҡа ғына әймәгәндәр 24.01.2015

Волга буйы федераль округында Башҡортостан автомобилдәр урлау осраҡтарын асыҡлау   буйынса иң яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтһә лә, бәләне алдан иҫкәртеү хәйерлерәк. Бурҙар үҙебеҙҙә сыҡҡан һәм сит ил маркалы автомобилдәрҙе лә бер тиң урлай, уларҙың иғтибарын шулай уҡ салонда ятҡан әйберҙәр ҙә йәлеп итә. Йыш ҡына күңелһеҙ хәлгә водителдәрҙең вайымһыҙлығы сәбәпсе була. Өфөлә йәшәүсе Зәйтүнә Вәлиева, мәҫәлән, һаман машинаһыҙ ҡала яҙыуына ышанып етмәй. «Митсубиси» автомобилен йорт алдында ҡалдырып киткән ҡатынға, төндә полициянан шылтыраталар.  

Зәйтүнә Вәлиева, автомобиль хужаһы:  «Төнгө дүрттә миңә полициянан шылтыратып, машинағыҙ ҡайҙа , тип һоранылар. Йорт алдында, тинем. Ҡараһам, машина юҡ ине».
Ҡатындың автомобиле гараждарҙың береһендә табыла. Был мәлдә сит кеше машинаһы руле артында элегерәк хөкөм ителгән 37 йәшлек ир ултырған була. Ырымбур өлкәһенән килгән уғры машинаны асыу өсөн сигнализация кодтары сканерын ҡуллана.  
Валерий Кожевников, Башҡортостан буйынса эске эштәр министрлығының енәйәтте эҙәрлекләү идаралығы бүлеге етәксеһе: «Автомобиль буры сканерҙы зыян күрәсәк кеше автомобилен асҡанда йә япҡанда файҙаланған. Һуңынан машинаны махсус гаражға ҡуйып торған һәм тағы ла 3-4 аҙнанан ялған документтар буйынса Ырымбурға алып ҡайтҡан».
Уҙған йылдың 9 айында ғына республика биләмәләрендә 650 автомобиль урланған, автотранспорттан 1300-ҙән ашыу урлашыу осрағы теркәлгән. Полиция хеҙмәткәрҙәре автомобиль хужаларын уяу булырға саҡыра. Спутник күҙәтеүе ҡоролмаһы ҡуйырға һәр кемдең мөмкинлеге булмаһа ла, ташҡа баҫылмаған, ләкин һөҙөмтәле ҡағиҙәләр бар. Салонда ҡиммәтле әйберҙәр, документтар, машинаны  ҡабыҙыу асҡыстарын ҡалдырырға ярамай.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку