Аҡ күңелле ағинәй

Аҡ күңелле ағинәй 12.01.2016

Был һүҙҙәр Хәйбулла районының Петропавловск  ауылында йәшәүсе Хәйерниса Таҡаева тураһында. Уға күп ауырлыҡтар аша үтергә тура килһә лә, ханым бер ваҡытта ла баш эймәй. Ошо көндәрҙә уға йөҙ йәш тулды.

Йәшлек йылдарында һуғышты ла, аслыҡты ла үтеүгә ҡарамаҫтан, Хәйернисә Ғөбәй ҡыҙы оҙон ғүмерле. Тәүҙә илде һаҡлап ҡалыу өсөн тир түкһә, һуңынан тыуған ерен үҫтереү өсөн көс һала. Оҙон ғүмерҙең сере хеҙмәт менән сыныҡҡан күңел күтәренкелегендә, ти ағинәй.
Өс йәшендә үкһеҙ етем ҡалған Хәйернисә Таҡаеваны өләсәһе тәрбиәләп үҫтерә. Һуғыш йылдарында тормош иптәшен фронтҡа оҙата. Яуҙа хәбәрһеҙ юғалған һөйөклөһөн көтөп оҙаҡ йылдар күҙ йәштәрен түгә. Шулай ҙа баҙап ҡалмай. Балаларын аяҡҡа баҫтыра, ейән-ейәнсәрҙәрен ҡараша, бөгөн ул аҡыллы һүҙе, тос фекере менән  бүлә-бүләсәрҙәрен тәрбиәләргә ярҙам итә.
Йөҙйәшәр инәйҙе барыһы ла эш һөйөүсән, сабыр һәм изге кеше тип белә. Яҙмыш һынауҙарын  үткән ил инәһе тыныс тормоштоң һәр минутына  ҡыуанып йәшәй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку