Ағиҙелгә 35! 06.06.2015

Бөгөн ҡала күркәм юбилейын билдәләне.

Ағиҙел - республикала иң бәләкәй һәм йәш ҡала һанала. Ул 1980 йылда Башҡорт атом электр станцияһын төҙөүселәр өсөн ҡасаба булараҡ барлыҡҡа килә. Ун бер йылдан һуң ҡала статусын ала. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса әле бында 16 меңдән ашыу кеше йәшәй. Бөгөн ҡала үҙәгендәге майҙанға меңәрләп халыҡ йыйылды. Уларға төрлө уйындар, бай концерт программаһы ойошторолдо. Байрам уңайынан йәш ғаиләләргә торлаҡ сертификаттары тапшырылды. Шулай уҡ майҙанда Әҙәбиәт йылы сиктәрендә яҙыусыларға арналған әҙәби ижад палаткалары эшләне, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булыусылар иҫтәлегенә сәскәләр һалынды.
Ағиҙел ҡалаһын киләсәктә лә үҫтереү өсөн яңы проекттар тормошҡа ашырыла. Ҡалала йылға порты һәм атом станцияһында технопарк төҙөлә. Был халыҡты эш менән  тәьмин итеп, йәшәү сифатын күтәрер тип күҙаллана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика