Ағиҙел ярының икенсе сиратын төҙөүгә федераль бюджеттан миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ

Ағиҙел ярының икенсе сиратын төҙөүгә федераль бюджеттан миллиард һумдан ашыу аҡса тотоноласаҡ 21.02.2017

Шулай уҡ сығымдарҙы  республика һәм ҡала бюджеты ла бүлгән. Ярҙы төҙөкләндереү «Дуҫлыҡ монументы» менән Сутолока йылғаһына тиклем иҫәпләнгән. Был хаҡта  хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырғанда Республика башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе. Әлеге ваҡытта объектта проектҡа ярашлы төҙөкләндереү эштәре бара.

Өфөнөң Ағиҙел ярын күркәм һәм йәмле итеү - заман талабы. Ҡалаға инеү урыны һәр яҡлап та уңайлы һәм төҙөк булырға тейеш. Был мөһим проект миллиард һумлыҡ грант ярҙамында тормошҡа ашырыласаҡ.
Рөстәм Хәмитов, республика башлығы: «Нам выделяют ещё 1,1 млрд рублей, мы добавляем свои 1,1 млрд рублей, и уфимская набережная дойдёт до Монумента Дружбы и Сутолоки. Это будет современный, хороший, красивый объект. И главное - это будет широкая проезжая часть, место для прогулок, занятий спортом, отдыха. Надо подождать, чуть-чуть потерпеть - и у нас там всё будет неплохо».
Дүрт йыл эсендә Ағиҙел яры дүрт кимәлдә нығытылып, күҙгә күренеп үҙгәрәсәк. Әлегә объекттың тышҡы күренеше күҙҙәрҙе төҙөклөгө  менән шатландырмаһа ла, тиҙҙән экранда һүрәтләнелгәнсә, ыҡсым һәм заманса буласаҡ, тип ышандыра белгестәр.
Арсений Мортазин, проект етәксеһе: «Был төҙөлөштө тормошҡа ашырыу өсөн күп сығымдар талап ителә. «Юность» спорт комплексынан алып «Дуҫлыҡ монументы» менән Сутолока йылғаларына тиклем һуҙылған  проекттың икенсе сиратының хаҡы - 2,5 миллиард һум тирәһе. Финанс тотҡарлыҡтар юҡ. Проект 2022 йылға тулыһынса тормошҡа ашырыласаҡ».
Ағиҙел яры үткән быуатта бетон плита киҫәктәре менән нығытылған.  Әммә ул йылдар үтеү менән емергес көскә эйә ташҡындар һәм боҙло даръялар уларҙы йыуып ҡайһы бер урындарҙа бетон плиталар ярыла ла башлаған. Яңы проект дүрт кимәлдән тора. Иң юғары нөктә һыу кимәленән 11 метр. Яр коррозияға бирешмәүсе буяуҙар менән эшкәртелгән ҡорос торбалар менән нығытыла. Улар үҙ-ара махсус рәүештә беркетелә.
Ағиҙел ярын нығытыу ҡоролмаһы илле йылға иҫәпләнгән. Өфөнөң архитектура йөҙөн билдәләүҙә ҡала бюджетынан да аҡсалар бүленгән. Федерал , республика һәм ҡала бюджетынан килгән аҡсалар ярҙамында төҙөкләндереү эштәре йылдам башҡарыла.
Ағиҙел ярын нығытыу проекты дүрт өлөштән тора. Төҙөүселәр өсөн иң төп маҡсат биш саҡрымға һуҙылған яр буйҙарын ышаныслы  нығытыу.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика