Ағиҙел, Ҡариҙел, Дим йылғалары  4»А» категорияһына ҡарай һәм һыу үтә бысраҡ 17.06.2017

Башҡортостан йылғалары һыу сифатын тикшереү һөҙөмтәләре, Өфөлә үткән халыҡ-ара экологик форумда иғлан ителде. Һыу ресурстары буйынса федераль агентлыҡтың  Башҡортостан буйынса Кама бассейны  идаралығы бүлеге етәксеһе Владимир Горячев билдәләүенсә, 3«Б», йәғни экологик яҡтан именерәк, әммә  бысраҡ йылғалар төркөмөнә, Баймаҡ районындағы ҙур булмаған һыу ятҡылыҡтары ҡарай.

3 «А» категориялы бысранған йылғаларға Ыҡ, Һаҡмар, Ҙур Ҡыҙыл һәм Йылайыр йылғалары ингән. Һыуҙарҙың бысраныуы башлыса Өфө, Стәрлетамаҡ, Учалы, Ишембай ҡалаларының сәнәғәт предприятиелары һәм торлаҡ- коммуналь хужалығы комплексы эшмәкәрлегенә бәйле. Күпселек проблемаларға төбәктә эшләп килгән таҙартыу ҡоролмаларының түбән һөҙөмтәһе лә сәбәпсе. Республиканың торлаҡ-коммуналь хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда канализация системаһы  52 процентҡа туҙған, 13 муниципаль районда һыу ағыҙыу өсөн үҙәк канализация системаһы бөтөнләй юҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика