Ағиҙел ҡалаһында яңы ҡаҙанлыҡ төҙөләсәк

Ағиҙел ҡалаһында яңы ҡаҙанлыҡ төҙөләсәк 18.02.2015

Уның проекты әҙерләнә.  Әлегеһе ҡаланан алыҫ урынлашҡан. Ул  Ағиҙелдә атом электростанцияһы төҙөүгә иҫәпләнеп һалынған булған.Торбалары саманан тыш йыуан. Эҫе һыуҙы, йылылыҡты саҡырымдар аша ҡалаға алып килеп еткереү юғалтыуҙарға килтерә. Елгә осҡан йылылыҡ утыҙ процентҡа тиклем барып етә. Яңыһын ҡалаға яҡынайтып төҙөү күҙаллана. Ҡаҙанлыҡты 2017 йылда сафҡа индереү ҡарала.

Тәүхәт Ҡунафин, «Нефтекама – Башҡортостан йылылыҡ селтәрҙәрен бүлеү» ойошмаһының баш инженеры: «Яңы ҡаҙанлыҡ  йылылыҡты етештереүҙә экономиялауға, яғыулыҡҡа сығымдарҙы  һәм һыуҙы ҡыуыуҙа электр энергияһын аҙыраҡ сарыф итергә  ярҙам итәсәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку