Һаҡ булығыҙ, айыуҙар!

Һаҡ булығыҙ, айыуҙар! 24.09.2015

Баймаҡ районының Ишей ауылында йәшәүсе халыҡтың малдарына тайыш табандар һөжүм итә. Йылдың ыңғай килеүенә ҡарамаҫтан, кешеләр быны урмандарҙа йәнлектәргә аҙыҡтың аҙ булыуы менән аңлата.

Урман янында урынлашҡан Ишейҙәрҙе бындай хәл электән  хафаға һала инде. Ауыл халҡы көн дә малын алла ҡулына  тапшырып сығарып ебәрә.  Кискеһен мал ҡураға ҡайта икән, тимәк иҫән, әгәр ҙә ҡайтмаһа урман хужаһы тоҙағына эләккән. Ауылда көтөүлектәр ойошторолмаған, малдар көнө  буйы ҡырҙа, был йыртҡыс хайуан өсөн  ҡулай ғына.  Азат Солтановтың шәхси хужалығында  өс баш һыйыры бар, шуларҙың берәүһен  айыу һуғып та өлгөргән, ҡалған икәүһе  сапсылған. Бөгөнгө көндә хужа  күҙ төбәп торған  малдарын кәртә-ҡураһында тоторға мәжбүр.
Ауыл  халҡы айыуҙарҙы йыш күрә,  тайыш табан техниканан да ҡурҡмай, ти улар.  Хатта кискеһен малыңды эҙләп алыуы ла хәүефле.
Ишейҙәр мал-тыуарын һаҡлар өсөн төрлө саралар күрә. Хәлиҙә Ишдәүләтова  көндә  тиерлек һыйырына ир‐егеттәрҙең  хушбуйын һибеп сығара. Йәнәһе хушбуйҙан кеше еҫе сыға, тайыштабан яҡынламай. Әммә был ғына ҡырағайҙарҙы туҡтатмай.
Ишейҙәр йыл да хөкүмәткә һалым түләгән һымаҡ,  үҙ малдарынан ҡолаҡ ҡаға. Бигерәк тә йәй осоронда  бындай күренештәр йыш теркәлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку