Һаҡ булығыҙ, автобус!

Һаҡ булығыҙ, автобус! 18.02.2016

Өфөлә йәмәғәт транспорты өлкәһендә тәртип юҡ. Баш ҡала  халҡын хеҙмәтләндергән пассажир ташыусылар килем артынан ҡыуыу менән мәшғүл, ә кешеләргә тейешле яҡшы мөнәсәбәт артҡы планда ҡала. Һуңғы йылдарҙа ғына  автобустар ҡатнашлығындағы юл фажиғәләрендә кеше ғүмерҙәре өҙөлөү осраҡтары артҡан.  

Автобустар уҙыша. Килемле бизнес. Миллионлы ҡалала юл йөрөүселәр күп. Урамдар маршрут автобустары шауынан мыжғып тора. Өфөлә пассажир ташыу өлкәһендә тәртип юҡ кимәлендә.
Пассажирҙарҙың хәүефһеҙлеген һәм уңайлы сәфәрен тәьмин итеү тураһында власть органдары һүҙ ҡуҙғатҡаны бар. Тик йәмәғәт транспорты өлкәһендә хәлдәр яҡшырмай.
Юл ҡағиҙәләрен боҙоу йыш ҡына фажиғәле хәлдәргә килтерә. Быйыл ғинуарҙа «Өфө кабель» туҡталышында «Башавтотранс» ойошмаһына ҡараған «Нефаз» автобусына тапалып бер ҡатындың ғүмере өҙөлдө. Сығып барғанда сумкаһы ишектә ҡыҫылып ҡалған. Уны ысҡындырмаған ханымдың аяғы тәгәрмәскә эләккән. Водитель күрмәй ике йөҙ метр тирәһе һөйрәп барған.
Пассажирҙарға булған кире мөнәсәбәт ошондай аяныслы осраҡтарға алып килә лә инде.

МИНЕҢ ДӘ ХАҠЛЫ ЯЛДАҒЫ АТАЙЫМ АВТОБУСТАН СЫҠҠАНДА ТАЙЫП ЙЫҒЫЛҒАН, Ә МАРШРУТКА ҠУҘҒАЛА БАШЛАҒАН. ЯРАЙ ӘЛЕ ТУҠТАЛЫШТАҒЫ ЕГЕТТӘР ҺӨЙРӘП АЛҒАН.ТӘГӘРМӘС АҪТЫНДА ҠАЛЫР ИНЕ...

«НЕФАЗ» ВОДИТЕЛДӘРЕ ТУҠТАЛЫШТАН ҠУҘҒАЛҒАНДА ҺУЛ ЯҠ ТӘҘРӘГӘ ГЕНӘ ҠАРАЙ, АХЫРЫ. УҢ ЯҠҠА ҠАРАП КЕШЕ ИМЕН СЫҠТЫМЫ ТИП УЙЛАУ ЮҠ. 2015 ЙЫЛДЫҢ ЙӘЙЕНДӘ ҠУРСАҠ ТЕАТРЫ ТУҠТАЛЫШЫНДА АВТОБУСТАН СЫҒЫП КИЛГӘН ҠАТЫН АСФАЛЬТҠА ЙӨҘӨ МЕНӘН БАРЫП ТӨШТӨ.

ХАЛЫҠ САЛОНДАН СЫҒЫП ӨЛГӨРМӘЙ, ИШЕК ЯБЫЛА. ОШОЛАЙ КҮПМЕ КЕШЕ ҠЫҪЫЛЫП ЗЫЯН КҮРГӘНЕН ИҪӘПЛӘП ТӘ БӨТӨРЛӨК ТҮГЕЛ.

Күберәк рейс яһап аҡса туплауҙы маҡсат итеп ҡуйған водителдәр арҡаһында юл фажиғәләре йылдан- йыл күбәйә. 2014 йылдың 14 ғинуарында Пушкин урамында йәйәүлене үткәрергә туҡтаған «Башавтотранс» ойошмаһы «Нефаз»ына арттан икенсе «Нефаз» төкәлеп 62 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлдө.
Ленар Шәйҙуллин, Эске эштәр министрлығының Башҡортостан буйынса ЮХХДИ һәм техник күҙәтеү бүлеге етәксеһе: «Былтыр Өфөлә пассажир ташыусы автобустар ҡатнашлығында 188 юл-транспорт фажиғәһе теркәлде. Быйыл ғинуар башынан 15 авария булды. Уларҙың 35 процентына тап ҙур пассажир автобустары водителдәренең юл ҡағиҙәһен боҙоуы сәбәпсе».
Боҙолған кәйеф, таушалған кейем, өҙөлгән төймәләр. Йыш ҡына пассажирҙарҙы артыҡ тейәү һөҙөмтәһендә кешеләр автобустан ошондай хәлдә сыға. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай хәлдәр шәхси пассажир ташыу ойошмаһына ҡараған автобустарҙа ғына түгел, ә «Башавтотранс» дәүләт унитар предприятиеһы «Нефаз»дарында ла күҙәтелә. Бигерәк тә Дим биҫтәһенә йөрөгәндәре балыҡ тултырылған консерваны хәтерләтә. Водителдәрҙең, контролерҙарҙың тупаҫлығы тураһында әйтеп торорға ла түгел. Тағы ла шуныһы, бер маршрут буйынса автобустар күп йөрөй, ә Өфөнөң ҡайһы бер биҫтәһенә барып етер өсөн автобусты сәғәттәр буйы көтөргә тура килә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку