Ағас ултырт!

Ағас ултырт!  12.05.2017

Башҡортостан урмансылары Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Бөгөн Стәрлетамаҡ урмансылығының Толбазы участкаһында Республиканың Урман хужалығы министрлығы белгестәре, Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары өс гектар майҙанда ҡарағай үҫентеләре ултыртты.

Һәр эштең үҙ тәртибе, рәте булған һымаҡ ағас ултыртыуҙың  да урмансыларға яҡшы билдәле технологияһы бар.  Ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәндә генә  үҫентеләр  яңы урында тиҙерәк ҡалҡа һәм тамырын нығыта.
Майҙанда ултыртыу өсөн  үҫенте һайлауҙың да үҙ талаптары. Улар артыҡ бәләкәй ҙә, ҙур ҙа булырға тейеш түгел.  Бейегәйеп өлгөргәндәренә яңы урынға ерегеү ауыр, ә  саҡ ҡалҡынғандары бигерәк  нескә була.
Бөгөнгө акцияла ҡатнашыусылар  барлығы 3 гектар майҙанда  ағас ултыртты, был  12 меңдән ашыу төп. Сараға 80-дән ашыу кеше сығыуын иҫәпкә алғанда, бер  кешегә 150 үҫенте тура килә.  
Ҡарағай үҫентеләре яңы урынға еңел генә ерегеп китһен өсөн соҡор яҡынса  20 сантиметр тәрәнлектә булырға тейеш. Сөнки ағастың тамыры бөгөлөргә, зарар күрергә тейеш түгел.  Ултыртҡандан һуң үҫентенең эргә-тирәһендәге тупраҡты ныҡлап баҫыу, төйөү мотлаҡ, тамырға һауа үтмәһен өсөн.
Акцияға сығыусылар сафында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов, Урман хужалығы министры Динир Әхмәтйәнов та бар. Улар билдәләүенсә,  республика ағас ултыртыу буйынса илдә алдынғылар иҫәбендә. Беҙҙә күпме  урман ҡырҡыла, шул уҡ күләмдә ултыртыла.  
Урмансыларҙың акцияһына Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары ла ҡушылған. Улар ҙа киләсәктә ошо һөнәр буйынса эшләйәсәк. Хәйбулланан Ғәлим Илембәтов өсөнсө быуын урмансы,  йәшел ҡалҡанды киләһе быуынға тәлфләмәй тапшырыу беҙҙең бурыс, ти ул.
Әлбиттә, проблемалар ҙа юҡ түгел, мәҫәлән, урмандарҙы ҡуртымға алыусылар иҫке технологиялар буйынса эшләй. Зәңгәр яғыулыҡ утынға ихтыяжды кәметеү менән урмандарҙы таҙартыу ҡатмарлаша.  Ә бына көтөүһеҙ йөрөгән мал ултыртылған плантацияларға зыян килтерә.
Быйыл Башҡортостанда  28 миллион ағас үҫентеһе ултыртыу ҡаралған. Һәм был эш йыл һайын өҙөклөкһөҙ дауам итергә тейеш. Сөнки был ҡарағайҙар  ҡулланырлыҡ булып буй еткергәнсе оҙайлы ваҡыт талап ителә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика