Ағас тамырынан тыуған матурлыҡ

Ағас тамырынан тыуған матурлыҡ 20.11.2014

Архангел районының Баҡалды ауылында йәшәүсе Фатима Мәзитова ағас тамырҙарынан үҙенсәлекле һындар яһай. Оҫта ижад емештәрен һаҡлар өсөн музей асҡан.

Фатима Мәзитова тамырҙарҙан музейының исемен яҙып ҡуйған. Был хәрефтәрҙе тәбиғәт үҙе яһаған, ти ханым.
Ҡатын 10 йылдан ашыу инде һыу буйында төрлө ағас тамырҙары йыя. Уларҙы алып ҡайтып төрлө һындар  яһай. Мәҫәлән, ошо тамыр киҫәге киләсәктә ҙур вазаға әйләнәсәк. Уның эсен соҡоп, лакларға ғына ҡалған. Ә оҫтаның  музейы үҙе бер оҫталыҡ мәктәбен хәтерләтә. Тамырҙан бесәй, йылан, ат һәм башҡа экспозициялар... Ниндәй генә үҙенсәлекле эштәр юҡ бында. Фантазияң ғына етһен...
Иң мөһиме ағас тамырҙары менән эш иткәндә уларҙы бер-береһенә йәбештерергә ярамай. Ҡайһы берҙә тамыр араһында таштар ҙа була. Оҫта уларға теймәй. Фрагмент булараҡ ҡалдыра.
Эштәр араһында, хатта фигуралы шыуыу буйынса донъя чемпионы Евгений Плющенко ла бар. Оҫтаның һындары төрлө күргәҙмәләргә лә йыш ҡуйыла. Шуныһы ҡыҙыҡ, Фатима Мәзитова ғүмере буйы тиерлек бухгалтер булып эшләй. Ә ижадҡа ҡатын, күҙенә  аҡ һалғас тотона. Оҫтаның иғтибарынан бер тәбиғәт күренеше лә ситтә ҡалмай.
Ә был ҡайын туҙындағы үҙенсәлекле рәсем дә серле тәбиғәт күренеше. Ижадсы уны төрлө буяуҙар менән биҙәгәс ошондай матур картина хасил булған.
Музейҙың ағас тамырынан эшләнгән хужаһы ла бар. Уның исеме Әбдрәхим. Фатима Шәйхетдин ҡыҙы хужаға сумка һәм аҡса һалыу өсөн махсус кәрзин дә эшләп ҡуйған.
Тәбиғәт матурлығын күреп башҡаларға еткереүсе Фатима Мәзитова ижад емештәрен күңел ҡушыуы буйынса эшләй. Һыу буйында, урамда тәү ҡарашҡа ябай ғына тойолған әйберҙәрҙе лә ул ысын мөғжизәгә әйләндерә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку