Аҡ аманат - һалдат хаттары

Аҡ аманат - һалдат хаттары 17.02.2015

Баш ҡалала йәшәүсе Мөнирә Байгилдина Бөйөк Ватан һуғышында олатаһы башын һалған Тверь өлкәһенә барып ҡайтты. Ул адресты туғаны һәләк булыр алдынан яҙған хат аша таба.

Мөнирә Байгилдина әсәһенең бер туған ағаһы фронттан яҙған хатын ҡәҙерләп һаҡлай. Олатаһы Сәлихйән Кайбышевты Мөнирә ханым үҙе күрмәһә лә, яҡындары һөйләүе буйынса уны уҡымышлы кеше тип белә. Хат юлдарынан күренеүенсә, ул окопта теҙләнгән килеш 1942 йылдың 19 мартына яҙылған. Балаларҙы белемле итергә, Ватанды һаҡларға, ныҡлы булырға саҡырған уның һуңғы һүҙҙәре... Һуңғы һүҙҙәр, сөнки ошо хаттан һуң теүәл өс көндән һалдат һәләк була. Ә хат үҙе тик ҡайғылы хәбәрҙән һуң ғына килеп төшә. Шуға ла, туғандарым олатайымды иҫәндер тип ғүмер буйы көттө, ти Мөнирә Ләбиб ҡыҙы.
Яҡташыбыҙ Калинин, хәҙерге Тверь өлкәһенең Погорельский районында һәләк була. Ул туғандар ҡәберлегендә ерләнгән. Күптән түгел Мөнирә ханым олатаһы үткән яу юлдарын күреп,  388 кеше бергә ерләнгән зыяратҡа барып Ҡөрьән уҡып, ясин сығып ҡайта.
Халыҡҡа, яҡындарына, тыуған илгә ҡарата һөйөү, ә дошманға нәфрәт тойғолары менән һуғарылған был хат юлдарын тыныс ҡына бер тулҡынланыуһыҙ уҡып булмай. Мөнирә ханым йәш быуынға ошо ҡәҙерле хат менән таныштырыр өсөн күсермәһен дә эшләгән.
Тверь өлкәһенә барыуын Мөнирә Байгилдина яҡындарының хыялын тормошҡа ашырыуға тиңләй. Ҡөрьән уҡытып ҡайтҡандан һуң, күңелем бер аҙ тыныслыҡ тапҡандай тойолдо, ти ул.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку