9-сы майға тиклем ике көн ваҡыт ҡалды

9-сы майға тиклем ике көн ваҡыт ҡалды 06.05.2015

Республикала Еңеү байрамына әҙерлек саралары тамамланыу алдында.  Төп тантаналар баш ҡалала үтәсәк. Өфө ҡала хакимиәте етәкселәре әйтеүенсә, әле ваҡ эштәр генә тороп ҡалған. Бөгөнгө матубғат конференцияһында ла һүҙ тарихи датаны билдәләүгә әҙерлек һәм байрамдың үҙенсәлектәре хаҡында  барҙы.

Көслө музыка, тигеҙ сафтар. Октябрь проспектындағы репетиция 9 май  парадынан бер яғы менән дә айырылмай.   Ваҡыт ҡына төрлө,  ысын парад иртән, ә   әҙерлек маршы кис кенә үткәрелә, транспорт хәрәкәтенә ҡамасауламаҫ өсөн.
Салауат Яҡупов, парад  командиры, М.Гәрәев исемендәге осоусыларҙы  әҙерләүсе  мәктәп-интернат директор: «Тәүҙә әҙерәк ҡытыршылыҡтар бар ине, хәҙер барыһы ла тәртипкә килтерелде.  Быйылғы парад  күләме менән йәлеп итә тип әйтер инем, унда 1 мең ярымға яҡын кеше ҡатнашасаҡ».
Парадтың тағы бер биҙәге – «Үлемһеҙ полк» акцияһы.  Майҙандан бер юлы меңдәрсә кеше һуғыш һәм тыл ветеранының фотоһүрәттәрен тотоп үтәсәк.  Өфөнәң 52-се лицейы уҡыусыһы Айҙар Йосопов  парадҡа махсус рәүештә олатаһының фотоһын эшләткән.
Еңеү парады иртәнге сәғәт 10 -да башлана . Ул Октябрь проспекты буйлап үтәсәк.
Тамашасылар парад барышын зәңгәр экрандар аша ла күҙәтә аласаҡ. Башҡортостан юлдаш телеканалы байрам тантанаһын тура эфирҙа күрһәтәсәк. Төп майҙанда 16 камеранан торған күсмә телевизион станция, ижади төркөмдәр эшләйәсәк.
9 май көнө  баш ҡаланың бар майҙандарында ла байрам концерттары ойошторола, Мәҫәлән Ленин майҙанында үҙешмәкәр коллективтар, «Еңеү салюты» конкурсы еңеүселәре сығыш яһай. Башҡортостан  юлдаш телевидениеһы  Еңеү көнөн бар тулылығында сағылдырыу маҡсатында телемарафон ойоштора. Журналистар республиканы төрлө төбәктәренә тура бәйләнешкә сығып  байрам барышы менән таныштырасаҡ.
Һуғыш йылдары йылдан-йыл беҙҙән алыҫлаша бара, әммә халыҡ үҙенең батыр ул-ҡыҙҙарын онотмай. Быйыл Еңеү байрамы алдынан республиканың һәм баш ҡаланың күп майҙандарында еңеү һалдаттарының исеме уйылған һәйкәлдәр, стелалар ҡалҡып сыҡты. Әммә әле тамаланмаған эштәр ҙә бар.   Мәҫәлән,  урам буйындағы банерҙарҙы социаль рекламаға алмаштырыу.
Шулай уҡ ҡала хакимиәтендә  Ленин майҙанындағы фонтанды ла 9 майға тиклем  сафҡа индерергә вәғәҙәләйҙәр.  Сөнки  тарихи датаны билдәләгәндә  байрам кәйефен төшөрлөк күренештәр булырға тейеш түгел.  Еңеү көнөнә арналған саралар көнө буйы дауам итә һәм уны  салют  йомғаҡлай.  
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку