9-сы майға барлыҡ  мемориал-обелисктарҙа тулы тәртип булырға тейеш 24.04.2015

Был турала бөгөн Республика Башлығы Бөйөк Еңеүҙең 70  йыллығын билдәләү буйынса ойоштороу комитеты ултырышында белдерҙе.  Шулай уҡ Еңеү парадын  һәм байрам концерттарын юғары кимәлдә үткәреү мотлаҡ. Бынан тыш, ветерандарға торлаҡ сертификаттарын, юбилей миҙалдарын, түләүҙәрҙе байрамға тиклем  тапшырып бөтөү талап ителә.  

Оҙаҡ йылдар ташландыҡ хәлдә булған тарихи Сергиев ҡәберлеге әле яңы һулыш кисерә. Өс туғандар ҡәберлеге урынлашҡан Өфө зыяратында төҙөкләндереү,  таҙартыу эше бара. Ял көндәрендә  бында  экологик өмә үтте. Халыҡ  зыяраттан сүп-сарҙы,  серегән ботаҡтарҙы сығарҙы.
Тарихи дата айҡанлы республикала яу ҡаһармандары ерләнгән  бар урындар ҙа  тәртипкә килтерелә. Әле Бәләбәй районының Аксаков зыяратындағы туғандар ҡәберлегенә   һуҡмаҡ һалына, Йоматау зыяраты төҙөкләндерелә. Бөгөнгө ултырышта Рөстәм Хәмитов  байрамға бар мемориал-обелисктарҙы, улар янындағы биләмәләрҙе  ныҡлап әҙерләргә ҡушты.
Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы айҡанлы шулай уҡ   ветерандарҙың торлаҡ шарттары яҡшыртыла, быйыл республика 1 меңдән ашыу   яу һәм тыл ҡаһарманы фатир асҡысы аласаҡ.   Һуғышта ҡатнашыусыларға  сертификаттарҙы 9-сы майға тиклем тапшырып бөтөү күҙаллана.
Тарихи дата алдынан  ветерандарға  фатир асҡысынан тыш 1 мең һум күләмендә аҡсалата түләүҙәр һәм  юбилей миҙалдары тапшырыла. Башҡортостанда миҙалды  67 меңдән ашыу кеше алырға тейеш,  әле был эш 90 процентҡа башҡарылған.  Исемлеккә индерелгәндән һуң вафат  булған ветерандарҙың миҙалдары туғандарына бирелә. Яу һәм тыл ҡаһармандарының сафы йылдан-йыл һирәгәйә,һәр ветеранды  иғтибар, хәстәр, һөйөү менән солғап алыу мөһим,  тине Республика башлығы.
Мәҙәни саралаға килгәндә, республикала йөҙҙәрсә марафон, фестиваль, акциялар ойоштрола. «Үлемһеҙ полк», «Георгий таҫмаһы»,  «Хәтер вахтаһы»  кеүек күләмле саралар күптән башланды ла инде. Иртәгә  Өфөнөң Совет майҙанында   һуғыш йырҙары яңғыраясаҡ.  Шулай уҡ Ленин майҙанында үтәсәк Еңеү парадын әҙерләү тулы  ҡеүәткә бара, уға йөҙҙәрсә хәрби, курсанттар, кадеттар йәлеп ителгән. Парадтың  генераль репетицияһы 6-сы майға тәғәйенләнгән.
9-сы май Республиканың барлҡы төбәктәрендәге майҙандарҙа ла байрам саралары үтәсәк. Еңеү парадтары, ижади колллективтар ҡатнашлығында концерттар, ялан кухнялары ойоштороу ҡаралған. Ултырышта билдәләнеүенсә,  бер ветеран да иғтибарҙан ситтә ҡалырға тейеш түгел. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына арналған саралар майҙа ғына тамамланмай, фестивалдәр, конкурстар йыл аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика