8 мартҡа оло бүләк

8 мартҡа  оло бүләк 08.03.2016

Бөгөн Республика башлығы төрлө тармаҡтарҙа уңышлы эшләгән  гүзәл заттарға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың юғары дәүләт наградаларын тапшырҙы.

Рөстәм Хәмитов ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам һәм юғары наградалар менән тәбрикләп уңыштар теләне. Һеҙ үҙегеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ, тырышлығығыҙ менән башҡаларға өлгө булып тораһығыҙ, тине Республика башлығы.  Сөнки  төбәктең уңышы һәр  бер  кешенең уңышынан тамсылап йыйыла.  
Тантанаға  килеүселәр Башҡортостандың төрлө мөйөштәренән йыйылған,  улар араһында төрлө  һөнәр эйәләре  табиптар, китапханасылар,  торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре, артистар, иҡтисадсылар.  Һәр береһенең хеҙмәт юлы  тиҫтәләрсә йылдар менән иҫәпләнә, ҡаҙаныштары республика, ил кимәлендә яҡшы билдәле. Бөгөнгө награда уларҙың оло тырышлығына лайыҡлы баһа. Мәҫәлән, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Римма Амангилдина Рәсәй Президентының Рәхмәт хатына лайыҡ булды.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика