75 йыл элек совет ғәскәрҙәре Мәскәү өсөн алышта фашистик көстәргә ҡаршы һөжүм башлай

75 йыл элек совет ғәскәрҙәре Мәскәү өсөн алышта фашистик көстәргә ҡаршы һөжүм башлай 06.12.2016

Дошмандың  бер нисә ай эсендә ҡаланы баҫып алырға йүнәлтелгән «Тайфун» операцияһы уңышһыҙ тамамлана. Дошман армияһы көнбайышҡа ҡыуыла. Был Бөйөк Ватан һуғышындағы тәүге күләмле еңеү була. Бөгөн баш ҡалала дәһшәтле йылдар шаһиттары билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашып, ошо ваҡиғаға бәйле тетрәндергес хәтирәләре менән уртаҡлашты.

Фашистик армияның техник яҡтан ғына түгел, һалдаттар һаны буйынса ла өҫтөн булыуы күп милләтле дәүләтте һындыра алмай. Ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнашыусы ветерандар был хаҡта оло ғорурлыҡ менән телгә алды.
Ғилми-ғәмәли конференцияла Сталинград һуғышында ҡатнашҡан Кәшфи Ғәҙелшин да сығыш яһаны. 99 йәшен тултырған уҙаман аяуһыҙ йылдарҙа совет һалдаттары күрһәткән батырлыҡтар хаҡында сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Дүртөйлө егете башта Совет армияһы сафына баҫырмын тип бер ҙә уйламай, режиссер булырға хыяллана. Юғары белем алыр өсөн Мәскәүгә юллана. Әммә уға күп уҡырға тура килмәй - 1939 йылда Ҡораллы көстәр сафына алына.  Фронтта самолеттарҙы хеҙмәтләндереүсе техник булып хеҙмәт итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика