73 йыл ваҡыт үткәндән һуң Кузьма Рябко тыуған еренә әйләнеп ҡайтты

73 йыл ваҡыт үткәндән һуң Кузьма Рябко тыуған еренә әйләнеп ҡайтты 11.05.2015

Волгоград өлкәһендә табылған совет һалдатының һөйәктәре  бөгөн Өфө районында ер ҡуйынына тапшырылды. Дмитриевка ауылында тыуған яугир 1943-сө йылда Сталинградта снаряд ярсығынан һәләк булған. Бөгөнгә тиклем герой  хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә иҫәпләнә. Илебеҙ халҡы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләгән көндәрҙә эҙәрмәндәр шатлыҡлы ла, шул уҡ мәлдә ҡайғылы ла табышҡа юлыға.

73 йыл буйы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Кузьма Рябконың һөйәктәре Сталинград янындаға окопта ята. Туғандары уны хәбәрһеҙ юғалған тип иҫәпләй. Һәм бер көн шатлыҡлы һәм ҡайғылы ла хәбәрҙе ғаиләгә эҙәрмәндәр еткерә.
Һалдаттың һуңғы өсмөйөшлө хаты фажиғәнән бер нисә көн генә алдан килә. Кузьма Рябко Волга буйында торған фашистарға һөжүм итергә әҙерләнгәндәре тураһында хәбәр итә. Хаттағы дата-43 йылдың ғинуары. Бөгөн ғаиләгә шулай уҡ һалдаттың каскаһы тапшырылды. Ерләүгә Кузьма Рябконың барлыҡ туғандары тиерлек йыйылды. Улар бөтәһе хәбәрһеҙ юғалған ғаилә ағзаһының табылыуына өмөтләнгән.
Яугир Рябко һөйәктәре ятҡан урында эҙәрмәндәр тағы ике һалдаттың исемен асыҡлай. Тик әлегә уларҙың шәхестәре билдәһеҙ - мәғлүмәт етеңкерәмәй. Бынан тыш, эҙәрмәндәр  фронтҡа Өфөнән киткән Александр Игнатьевтың, Әбйәлилдән Нурмөхәмәт Алтынғужиндың, шулай уҡ Таһир Хафизовтың, Илья Казаков менән Иван Копиевтың туғандарын эҙләй.
Сөнки һуңғы һалдат ерләнмәйенсә һуғыш тамамланмай.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика