70 йыллыҡҡа 70 ағас 09.05.2015

Федоровка районының Оло Сытырман ауылында Еңеү көнөнә һуғыш яугирҙары иҫтәлегенә Дан аллеяһы барлыҡҡа килде.  
Бер Оло Сытырман ауылынан ғына Бөйөк Ватан һуғышына 70 кеше киткән, 14 яугир 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында алышҡан.  Һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан 33 һалдаттың да хәҙер берәүһе генә иҫән. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Низаметдин Булатов йәш быуынға тик тыныс тормош теләй.

Байрамға һәр кем үҙҙәренең һуғышта ҡатнашҡан яҡындарының фотоһүрәттәрен тотоп сыҡты. Улар еңеүселәргә дан йырлап ауыл урамдары буйлап үтте, ошо ауылда тыуып үҫкән Советтар Союзы Геройы Ғәбит Әхмәровтың бюсына сәскәләр һалды. Ауыл мәктәбендә байрам концерты ойошторолдо. Ошо уҡ көндө райондың Бала Сытырман ауылында ла төҙөкләндерелгәндән һуң, һуғыш геройҙары иҫтәлегенә мемориал асылды. Комплексты яңыртыуға тотош ауыл халҡы  өлөш индергән

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика