70 йыл бергә!

70 йыл бергә! 10.01.2017

Өфөлә Бөйөк Еңеүҙән һуң ҡауышҡан бәхетле пар йәшәй. Аза менән Александр Макаровтар  аслыҡ-яланғыслыҡ йылдарын бергә үтә,  баш ҡала мәғарифын, сәнәғәтен үҫтереүгә бар көсөн һала.

1946 йылда Риганан Өфөгә күсенгән украин ҡыҙы «Дим» локоматив депоһына эшкә төшә. Аза Владимировна ул ваҡытта Башҡортостанда ғүмерлеккә ҡалырмын тип һис тә уйламай, әммә мөхәббәт үҙенекен итә. Хеҙмәт урынында ул Александр исемле егеткә ғашиҡ була.
Аза Макарова, хеҙмәт ветераны: «Ҡарағыҙ, ҡалай ул йәш сағында матур ине, физик яҡтан көслө, сәләмәт булды. Иң мөһиме - бынамын тигән юмор оҫтаһы! Төрлө ҡыҙыҡлы хәлдәр уйлап сығарып, көлдөрөп үҙенә ҡаратты. Хатта, гитарала ла уйнай белә ине».
Аза Владимировна баштан уҡ һиҙә - Александр менән бергә бәхетле тормош үтәсәген. Кейәүгә сыҡҡас, ул Өфөлә педагог һөнәрен үҙләштерә һәм ҡырҡ йылдан ашыу ғүмерен балаларға башланғыс белем биреүгә бағышлай. Уҡыусыларына ҡарата ул һәр ваҡыт иғтибарлы, шул уҡ ваҡытта талапсан да була. Әммә биштәрҙе йәлләмәй. Тәжрибәле белгес малай-ҡыҙҙарҙы беренсе синыфтан уҡ хәреф-һандарға ғына түгел, кешелекле булырға, ололарҙы хөрмәт итергә лә өйрәтә.
Аза Макарова сығарылыш синыфтарының фотоһүрәттәрен генә түгел, дәфтәр биттәрендәге яҙыуҙарын да һаҡлай. Бигерәк тә, тыңлауһыҙ, шул уҡ ваҡытта, шаян уҡыусыларын йылмайып иҫкә ала. Уларҙың аңлатмалары ла бер альбомда йәбештерелгән. Иң мөһиме - яратҡан балалары ла остаздарын онотмай, ҡунаҡҡа килеп, мәктәп йылдарын иҫкә алалар. Ә тормош иптәше  иһә хаҡлы ялғаса тимер юл станцияһында эшләй. 50 йыл эсендә фрезерсы, бригадир, мастер, диспетчер һөнәрҙәрен алмаштыра. «Бигерәк тә, яңы ғына эшкә төшкән ваҡытта ауырға төштө»,-ти ул.
Александр Макаров, хеҙмәт ветераны: «Һуғыш йылдарында ауыр булғайны, әммә 46-сы йылды үткәреү тағы ла ҡыйыныраҡҡа төштө. Аслыҡ-яланғаслыҡ ваҡытын иҫкә лә төшөрәһе килмәй. Беҙҙе мөхәббәт ҡотҡарғандыр тип уйлайым. Оҙаҡ татыу ғүмер үтеү сере лә ябай - һәр ваҡыт бер беребеҙҙе хөрмәт иттек».
Аза һәм Александр Макаровтар хәҙер бәхетле өләсәй һәм олатай. Ейән-ейәнсәрҙәре, бүлә-бүләсәләре көн дә тиерлек ҡунаҡҡа килеп йөрөй. «Таж туйын ҡаршыларға ла оҙаҡ ҡалманы»,-тип көлә бәхетле пар. Ысынлап та, бер-береңә терәк булғанда - киләсәккә лә ышаныс менән ҡарайһың.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика