7 ноябрь Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө булараҡ билдәләнә ине

7 ноябрь Бөйөк Октябрь Социалистик революцияһы көнө булараҡ билдәләнә ине 07.11.2014

Күптән инде ул  календарҙа ҡыҙыл дата түгел. Октябрь Социалистик революцияһы Рәсәй һәм донъя тарихында боролошло ваҡиға булды.

1991 йылға тиклем 7 ноябрь СССР-ҙа илдең төп байрамы рәүешендә билдәләнде. Бөгөн тик Белорусияла ғына Октябрь революцияһы байрамы билдәләнә. 7 ноябрь был илдә ял көнө һәм дәүләт байрамы булып ҡала. Рәсәйҙә 7 ноябрь Татыулыҡ көнө тип билдәләнде, ә аҙаҡ ул бөтөрөлдө. Ял  4 ноябргә күсерелде - һәм ул Халыҡтар берҙәмлеге көнө тип билдәләнә. . Бөгөн йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре  Өфөнөң Дим биҫтәһендәге  Ленин һәйкәленә  сәскә гөлләмәләре һалды һәм революционер Алексей Ухтомскийҙы хөрмәтләп иҫкә алды.
Борис Нурисламов, Башҡортостандың «Рәсәй коммунистары» партияһы төбәк бүлексәһе етәксеһе: «Революцияның булыуы ил яҙмышында оло әһәмиәткә эйә. Бына бындағы бөтә нәмә совет осоронда төҙөлгән. Ә Ленин  революция символы булып тора. Ул бөтә донъяға билдәле».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика