60 йыл хеҙмәт кешеһе сәләмәтлеге хағында

60 йыл хеҙмәт кешеһе сәләмәтлеге хағында 22.09.2015

Башҡортостандың абруйлы һаулыҡ һаҡлау учреждениеларының  береһе - Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты сираттағы юбилейын билдәләй.

Сәләмәт тәндә - сәләмәт рух. Башҡортостан йәштәре иртәнге күнекмәләрҙе хуп күрә. Саф һауала йүгереү сәләмәтлекте нығыта, олоғайғас ауырыуҙарға бирешмәҫкә ярҙам итә, ти иртәнге күнекмәләргә ҡушылыусы Альбина Сәмиғуллина.
Йәйәү йөрөү һәм йүгереү кеше сәләмәтлеге бигерәк тә йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү йәһәтенән файҙалы тигән фекерҙә белгестәр. Шулай ҙа хатта профессиональ спортсылар ҙа һөнәри ауырыуҙарға дусар була. Йыш ҡына уларға табип ярҙамы талап ителә.
Мәхмүзә Кәлимулла ҡыҙы Ғәйнуллина хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү интститутының иң абруйлы белгестәренең береһе. Күренекле табип  300-ҙән ашыу ғилми хеҙмәт авторы.Уның фекеренсә, һуңғы ваҡытта эш биреүселәр ябай хеҙмәт кешеһенең һаулыҡ һаҡлауға булған хоҡуғын иғтибарға алмаҫҡа тырыша.
Хеҙмәт медицинаһы һәм кеше экологияһы ғилми-тикшеренеү институты бынан 60 йыл элек, нефть сәнәғәте хеҙмәткәрҙәренең һаулығын һаҡлау һәм нығытыу маҡсатында асыла. Ваҡыт үтеү менән ул иҡтисад һәм сәнәғәттең барлыҡ тармаҡтарын хеҙмәтләндереүгә күсә. Махсуслашыуҙарына ҡарамаҫтан,табиптар Гиппократ антына тоғро ҡала. Әле институт тотош Рәсәй һәм донъя күләмендә абруй ҡаҙанған.
Институттың юбилейына арналған тантаналы сара Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт Дәүләт академия драма театрында үтте. 6-сы тиҫтәһен тултырған медицина учреждениеһы коллективын тәбрикләргә Мәскәүҙән, Ҡаҙағстан һәм Тажикстандан күренекле фән әһелдәре килде. Тантанала шулай уҡ хеҙмәт кешеһенең һаулығын һаҡлауға тос өлөш индергән белгестәргә дәүләт наградалары тапшырылды.
Рафиҡ Әхмәтшин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку