50 йыл бергә татыу  ғүмер иткәндән һуң туй 27.07.2015

Өфөнән Нина һәм Флүр Әхмәтйәновтар ярты быуат элек бергә йәшәй башлағандар. Ошо ваҡытта ғаиләнең өс улы тыуа. Хәҙер инде малайҙарҙың барыһы ла  үҙ аллы тормош көтә. Ә бына ир менән ҡатын  ни өсөндөр ваҡытында туй яһап тороуҙы кәрәк тип тапмай. Шулай ҙа байтаҡ йылдар үткәндән һуң ғына   Әхмәтйәновтар никахтарын рәсмиләштерергә ҡарар итә.

Нина Әхмәтйәнованың йәш саҡтағы хыялы тормошҡа аша. Ул ап-аҡ күлдәктә кейәүгә сығырға әҙерләнә. Ханым көҙгө алдынан китмәй. Туй күлдәген дә замансаһын, матур биҙәктәр менән байытылғанын һайлаған.  Макияж, прическа яһарға ярҙамға әхирәттәре лә килгән.  Тормош иптәше менән быға тиклем ярты быуат бергә йәшәһә лә йөрәгендә тулҡынланыу хистәре бар.

Ә икенсе бүлмәлә кейәү тәҡдим яһарға әҙерләнә. Флүр Әхмәтйәновҡа был мөһим ваҡиғағаны оҙаҡ көтөргө тура килгән. Һөйөклөһенә баҡсанан матур сәскә гөлләмәһе лә йыйып алған.

Күпме ваҡыт үтеүенә ҡарамаҫтан, Әхмәтйәновтар бар туй йолаларын үтәргә тырыша. Парҙар баҡсала иҫтәлеккә фотоға төшә, өҫтәл әҙерләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика