50-гә яҡын кешегә республика етәксеһе Рәсәй менән Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

50-гә яҡын кешегә республика етәксеһе Рәсәй менән Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы 31.07.2014

Уҡытыусы, табип, нефтсе. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан 50-гә яҡын кеше - тармаҡ алдынғылары баш ҡалаға йыйылды. Фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы һәм ҡаҙаныштары өсөн уларға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды.

21 йыл эсендә меңәрләгән операция, ҡотҡарылған бала ғүмерҙәре. Отоларингология бүлеге мөдире бүләкләү көнөндә лә эшенән айырылмай. Операция өҫтәлендә 15 йәшлек бала. Һыуыҡ тейҙереү сәбәпле, үҫмер ишетеү һәләтен юғалтҡан. Заманса ҡоролмалар ярҙамында малайҙы тауыштар донъяһына кире ҡайтарырға мөмкин. Бының өсөн үҙ эшеңдең оҫтаһы булыу ғына түгел, юғары көстәргә ышаныс та кәрәк, ти табип. Айрат Сыртланов, республика балалар клиник дауаханаһының отоларингология бүлеге мөдире: «Һәр кеше кеүек мин дә мөғжизәгә ышанам. Эш көнө тамамланғандан һуң мин өйҙә лә кескәй пациенттар хаҡында уйланам, операциянан һуң уларҙың хәле менән ҡыҙыҡһынам. Һәр табип баланың һыҙланыуҙарын йөрәк аша үткәрәлер, тип уйлайым». Һәр иртә һайын табип пациенттары янына ашыға. Республика балалар клиник дауаханаһының ЛОР бүлегендә йылына ғына меңдән ашыу бала дауалана. Башҡортостан табиптарына күренергә күрше төбәктәрҙән дә киләләр. Был аңлашыла, сөнки дауаханала юғары квалификациялы белгестәр эшләй. Айрат Сыртлановҡа Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исеме бирелеүе быға асыҡ дәлил. Республиканың төрлө район-ҡалаларынан 50-гә яҡын кеше, тармаҡ алдынғылары баш ҡалаға йыйылды. Фиҙаҡәр хеҙмәте, тырышлығы һәм ҡаҙаныштары өсөн уларға Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградалары тапшырылды. Һеҙ республиканың ғорурлығы, оҫталыҡ һәм батырлыҡ өлгөһө. Еңел булмаған заманда намыҫ һаҡлап, яратҡан эшегеҙгә тормошоғоҙҙо арнағанһығыҙ, тине Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларын тәбрикләү тантанаһында. Бүләкләнеүселәр араһында төрлө өлкә белгестәре - шахтер, ғалим, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бар. Уларҙың һәр береһе яратҡан һөнәренә тиҫтәләрсә йылдарын бағышлаған, төбәк үҫешенә үҙ өлөшөн индергән. Лайыҡлы наградалар хужаларын тапты. Тулҡынланыу, шул уҡ ваҡытта ғорурлыҡ хисе менән бүләкләнеүселәр шатлығын яҡындары менән уртаҡлашырға ашыҡты.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку