30 йәшлек ирҙе наркотиктар һатҡаны өсөн ҡулға алғандар 21.03.2016

Наркотиктар әйләнешен контролдә тотоу федераль хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре быға тиклем дә  наркотиктарҙың законһыҙ әйләнеше  өсөн хөкөм ителгән  Өфөлә йәшәүсе 30 йәшлек ирҙе ҡулға алған.

Тентеү ваҡытында уның кеҫәһенән тоҡсайҙарға бүленгән 122 грамм синтетик матдә табылған. Ҡулға алыныусы әйтеүенсә, тыйылған матдәләрҙе  ул йәшерен урындан үҙе өсөн алған. Осраҡ буйынса енәйәт эше асылған, тикшереү бара. Уҙған аҙна дауамында идаралыҡ тарафынан наркотиктарһың законһыҙ әйләнешенә бәйле 60 эш асылған. Әйләнештән кило ярым ағыу тартып алынған. «Ышаныс телефоны»на граждандарҙан наркотиктар ҡулланыуға бәйле 29 шылтыратыу ҡабул ителгән.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика