30 килолыҡ йәйен!

30 килолыҡ йәйен! 24.06.2016

Бөрйән районының Мәндәғол ауылында йәшәүсе балыҡсы Ринат Иманғолов Ағиҙел йылғаһында көтөлмәгән табышҡа тап булған.

Ҡунаҡҡа килгән иптәше менән балыҡ ҡармаҡларға сыҡҡан ирҙең һалдауына бер метр ҙа 70 сантиметрлыҡ йәйен эләгә. Уны һыуҙан сығарыу өсөн иптәшенең дә ярҙамы талап ителә. Ринаттың ҡатыны әйтеүенсә, бындай табышҡа уның ире тәүгә генә тап булмай. Тәжрибәле балыҡсы йылғаның балыҡ шәп сирткән урындарын электән яҡшы белә. Шуға ҡарамаҫтан, кеше буйлығындағы балыҡ уларҙы ла шаҡ ҡатыра.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика