30 апрель янғын һүндереүселәр көнө 30.04.2016

Өфөлә  республика янғын һағында тороусыларҙы  Ҡала мәҙәниәт һарайында тәбрикләү  тантанаһы үтте.  Дәүләт янғын һүндереү хеҙмәте - Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы составындағы ҙур оператив хеҙмәт. Хәүеф тураһында сигнал алыу менән ул экстремаль ситуацияларҙы, ут стихияһын туҡтатырға, кеше ғүмерен хәүефтән ҡотҡарырға ашыға.

Бөтә көстө янғындарҙы иҫкәртеү эшенә, утты тиҙ арала һүндереүгә, авария-ҡотҡарыу сараларын башҡарыуға йүнәлтә.  Ҡаһарманлыҡ һәм ҡыйыулыҡ сифаттарын һынландырған һөнәр эйәләре   - үҙ эшенә бирелгән кешеләр. Улар кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыу өсөн ҡатмарлы шарттарҙа ла ут менән көрәшкә инергә һәр ваҡыт әҙер. Шуға күрә янғын һүндереүселәр хеҙмәте хөрмәткә һәм һоҡланыуға лайыҡ, тип билдәләнде тантаналы йыйылышта. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе бөтөрөүгә яңынан -яңы технологиялар индерелә, техник йыһазландырыу ҙа яҡшы, тик утта кеше ғүмерҙәре өҙөлөү осраҡтары йыш ҡабатлана. Ошоға бәйле янғынды иҫкәртеү системаһы булдырыу көн талабы.  
Марат Мәһәҙиев, Башҡортостан хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары: «Һуңғы арала республикала теркәлгән янғындарҙа кеше ғүмерҙәре өҙөлөү осраҡтары йыш күҙәтелде.  Балтаста өс баланың үлеме, шулай уҡ Баҡалы, Ғафури, Стәрлетамаҡта күмәк кешенең янғында һәләк булыуы йәмғиәтте уйландырырға тейеш. Янғынды иҫкәртеү саралары булдырырға кәрәк».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика