3 декабрҙә баш ҡалала сираттағы хәйриә концерты үтә 20.11.2014

Был юлы тамаша «Нечастный случай» төркөмө ҡатнашлығында ойошторола. Теләге булған һәр кем сараға тамаша ҡылып, дауалауға мохтаж балаларға ярҙам итә ала. Хәйриә концертынан төшкән аҡса дүрт сабыйға йүнәлтеләсәк. Улар араһында ҡолаҡ ҡатылығынан яфаланған Кира Варламова ла бар.

Дүрт йәшлек Кира Варламова әсәһе әйткән һүҙҙәрҙе ҡабатлай. Ҡыҙҙың ҡолағы ишетмәй. Ошо арҡала баланың телмәре лә үҫешмәгән. Сабыйға нисек тә булһа ярҙам итеү ниәтендә ғаилә Күмертауҙан Өфөгә күсеп килергә мәжбүр була. Кира үҙе бик теремек. Һүрәт төшөрөргә, уйнарға ярата. Ҡыҙғанысҡа, ул тиҫтерҙәре менән аралаша алмай. Көнөн дүрт стена артында уҙғарырға мәжбүр.
Тик ҡолаҡ аппараты ярҙамында ғына Кираның телмәре һәм ишетеү һәләте асыласаҡ, ти белгестәр. Ауырған  балаларға ярҙам итеү тураһында һүҙ  «Мәрхәмәт» хәйриә  фондының матбуғат конференцияһында ла күтәрелде.  Ултырышта шулай уҡ ойошманың дүрт йыллыҡ эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһалды.
Айгөл Гәрәева, «Мәрхәмәт» хәйриә фонды президенты: «Мәрхәмәт» хәйриә мәғариф фондының дүрт йыллыҡ эшмәкәрлеге осоронда 25 меңләп балаға шәфҡәтлелек күрһәтелде. 800-гә яҡын сабыйға дауаланыу түләнгәс тейешле реабилитация үтте. Был әлбиттә, мәрхәмәтле кешеләр ярҙамында башҡарылды. Әле лә кеше ҡайғыһына битараф булмаусылар артҡандан арта. Һәр кем хәленән килгәнсе ярҙам итергә тырыша».
Ултырышта шулай уҡ алдағы көндәрҙә үтәсәк хәйриә концертынп әҙерлек мәсьәләһе лә тикшерелде. Мәскәүҙән «Несчастный случай»  төркөмө Алексей Кортнев менән берлектә сығыш яһаясаҡ. Концерттан йыйылған аҡса дауалауға мохтаж дүрт балаға йүнәлтеләсәк. Исемдәре лә билдәле. Улар араһында Кира Варламова ла бар. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр «Мәрхәмәт» хәйриә фонды танылған опера йырсыһы, яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов менән берлектә  концерт ойоштороп 17 балаға ярҙам күрһәткәйне.
Хәйриә концерты өсөнсө декабргә билдәләнгән. Билеттар әле үк ҡала  кассаларында һатыла. Сараны ойоштороусылар концерт алдынан ҙур булмаған аукцион үткәрергә лә ниәтләй. Тамашанан алынған аҡса фонд ҡарауында булған балаларҙы дауалауға йүнәлтеләсәк.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика