29 сентябрҙә Салауат ҡалаһында сабый табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек

29 сентябрҙә Салауат ҡалаһында сабый табылыуы тураһында хәбәр иткәйнек 03.10.2014

Яңы тыуған баланы Ленинград урамында сүп-сар өйөмө араһында ҡалдырып киткәндәр. Ул тоҡсайға төрөлгән була. Сабыйҙы  ошо участкала ҡасандыр урам һепереүсе булып эшләгән ир таба. Әле хоҡуҡ һаҡлау органдары үҙ балаһынан ошондай рәүештә ҡотолорға теләгән баланың ата-әсәһен эҙләй.

Көндөҙ сүп түгергә сыҡҡан ир сүплектә сәйер тауыш ишетә. Тәүҙә бесәй мыяулай тип уйлай. Әммә төргәктәрҙең береһенә иғтибарлап ҡарағас, унда илап ятҡан сабыйҙы шәйләй. Ҡыҙғанысҡа, баланы күреп ҡалыусы  Ғиниәт Байдәүләтов менән беҙ осраша алманыҡ. Ул өйҙә булмай сыҡты. Ирҙең хеҙмәттәше Светлананың билдәләүенсә, бала көндөҙгө дүртенселәрҙә табылған. Тормошта ниндәй генә сәбәптәр булмаһын, әсәнең ҡылығын аҡлау мөмкин түгел тигән фекерҙә ҡатын.  
Ярһып илаған сабый биләүгә төрөлөп, шәкәр тоғона һалынған була. Уны  сүплеккә кем килтереүе әлегә билдәһеҙ. Видеояҙманан күренеүенсә, , бала сүплеккә ташланғанға тиклем,  йөк машинаһы ундағы ҡыйҙы алып киткән. Бер-нисә сәғәттән һуң,  билдәһеҙ ир ҡабалан ғына  сүп-сар багы янына пакет ырғытып китә.  Унда сабый ятыуы ихтимал.  
Төргәктә бала ятҡанын күргәс тә, ир юғалып ҡалмай. Юлдан хәрәкәт итеүсе тәүге автомобилде туҡтатып, ҡаланың 2-се дауаханаһына йүнәлә. Быны йорттарҙың береһенә беркетелгән видеокамера яҙмаһы ла иҫбатлай. Табиптар ференсә, бала урамда ярты сәғәт самаһы ятҡан.
Әле сабый ҡаланың балалар дауаханаһына урынлаштырылған, уның ғүмеренә хәүеф янамай. Сабый ашай, һау-сәләмәт. Табиптар фекеренсә, әсә кеше уны өйҙә тапҡан, сөнки баланың кендеге эшкәртелмәгән.
Наталья Полякова, балалар дауаханаһының яңы тыуған балалар патологияһы бүлеге мөдире: «Баланың хәле яҡшы, тәне таҙа. Тәүге тәүлектә уның сәләмәтлеген тикшерҙек. Уға һалҡын теймәгән. Сабыйҙы әсәһе өйҙә тапҡан, сөнки уның кендек бауы оҙон, ә осона кер ҡыҫтырғыс ҡуйылғайны. Бала уралған биләүҙәр иҫке, бысраҡ булыуына ҡарап, ғаилә аҙ тәьмин ителгән, тигән һығымта яһарға мөмкин».
Бөгөн хоҡуҡ һаҡлау органдары сабыйҙың ата-әсәһен эҙләй. Ҡатындың Салауат ҡалаһында йәшәмәүе ихтимал, шуға күрә яҡын тирәләге  район-ҡалаларҙың бала табыу йорттары, иҫәпкә торған йөклө ҡатындар исемлеге тикшерелә.  
Светлана Фәхриева, Эске эштәр министрлығының Салауат ҡалаһы бүлеге өлкән юристконсультанты: «Был хәл буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды. Эске эштәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре һәр мәғлүмәтте ентекле тикшерә, ваҡиғаға мәнәсәбәте булған һәр кешенән һорау алына. Бөгөн бер-нисә версия ҡарала. Енәйәт ҡылған әсә табылған хәлдә, уның бер йылға тиклем иркенән мәхрүм ителеүе ихтимал».
Әсәнең ҡот осҡос ҡылығы, битарафһыҙлығы йәмәғәтселекте шаҡ ҡатырҙы. Сабыйҙы үҙе тәрбиәләргә теләмәгән хәлдә лә, ҡатын уны балалар йортонда табып,  баш тарта ала ине, ти табиптар. Был ҡылыҡ енәйәт тип һаналмай. Әммә әсәнең ниндәй йөрәге менән сабыйын сүплектә ҡалдырыуы, уны был аҙымға ниндәй сәбәп этәреүе әлегә билдәһеҙ. Бөгөн сабый опека һәм попечителлек органдары яҡлауы аҫтында.
Әле тикшереү эше дауам итә. Республиканың хоҡуҡ һаҡлау органдары был ваҡиғаға ҡағылышлы ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙе  республиканың ышаныс телефонына хәбәр итеүҙәрен һорай. Уның номеры 128.  
Лилиә Тунасова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика