27 декабрь Рәсәйҙә Ҡотҡарыусылар көнө билдәләнә 23.12.2016

Яҡынлашып килгән дата уңайынан Өфөнөң «Химиктар» мәҙәниәт һарайында байрам танталары үтте. Сарала Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса эштәренә йыл йомғаҡтары барланды. Уның сиктәрендә Саҡмағош районынан 17 йәшлек Анита Рәхимоваға «Янғында күрһәткән батырлығы өсөн» миҙалы тапшырылды.

Анита Рәхимованы  зал алҡыштарға күмде. Уға тиңһеҙ батырлыҡ күрһәткәне өсөн  профессионал ҡотҡарыусылар менән бер рәттән миҙал тапшырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл май айында Анита ун өс, һигеҙ йәшлек һеңлеләрен ут эсенән ҡотҡарғайны. Үҫмер ҡыҙҙың батырлығы ысынлап та, күптәргә өлгө булырлыҡ.  
Йыл да билдәләнгән байрам тантанаһында хатта, тыныс көндәрҙә лә кешеләрҙең ғүмере, хәүефһеҙлеге һәм именлеге өсөн көрәш алып барып, алғы һыҙыҡта тороусы профессионал хеҙмәткәрҙәр ҙә билдәләнде. Быйыл ғына улар ярҙамында 1400 кеше ғүмере ҡотҡарып ҡалына.
Федор Егошин, Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәксеһе урынбаҫары: «Лайыҡлы хеҙмәткә - лайыҡлы баһа.Ҡотҡарыусылар араһында йәштәр ҙә, ололар ҙа бар. Беҙ һәр ваҡыт махсус күнекмәләр, уҡыуҙар үткәреп торабыҙ. Хеҙмәттәштәремде һөнәри байрам менән ҡотлайым».
Байрамында кескәй ҡыҙҙар-малайҙар ҙа «Ҡотҡарыусыларға –дан» тип аталған һүрәт төшөрөү конкурсында ҡатнашып, үҙ бүләктәрен алды. Артабан сараны хәүефле һәм изге һөнәр эйәләренә бағышланған концерт дауам итте.


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика