23  декарҙән 23  ғинуарға тиклем мосолман донъяһында Мәүлит байрамы үткәрелә 09.01.2015

Халыҡ телендә уны Мәүлит айы тип тә йөрөтәләр. Башҡортостанда ла ошо йәһәттә тантаналы саралар уҙғарыла.

Иҫке Балтастағы Үҙәк мәсеттән кеше өҙөлмәй. Йәше-ҡарты намаҙға килә. Йыл ярым элек асылған иман йортонда  Мәүлит байрамы ололап үткәрелә.
Диндарҙар  райондың мәҙәниәт йортонда йыйылды. Имам-хатибтар ҡөрьән уҡыны. Байрамға  Өфөнән дә ҡунаҡтар саҡырылғайны. Баш ҡалалағы «Ихлас» мәсетенең «Илаһиҙар» төркөмө  сығышын халыҡ яратып ҡабул итте.  Шулай уҡ Балтас районы ауылдарында эшләп килеүсе  ижади төркөмдәр ҙә  бай концерт программаһы күрһәтте.
Районда йылдан-йыл мәсеттәр һаны ишәйә. Мишәр ауылындағы иман йортон тергеҙеүҙе Флиҙә Ғәлиеваның ғаиләһе үҙ өҫтөнә алған.
Байрамдың тарихына килгәндә, ул XII быуатҡа барып тоташа. Сығанаҡтарға күҙ һалғанда, тәүге тапҡыр ул Сүриәлә билдәләнгән. Уға ике төрлө ҡараш бар. Ҡайһы бер мосолмандар Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең тыуған көнөн  байрам итеүгә ҡаршы. Ә Волга буйы төбәктәрендә ул һәр ваҡыт та  үткәрелә килгән.  
Риүәйәттәр буйынса, Мөхәммәт пәйғәмбәр ҡырҡ йәшендә пәйғәмбәрлек итә башлаған. 63 йәшендә, тыуған көнөндә яҡты донъянан киткән. Был  айҙа ҡылған изге ғәмәлдәрҙең әжере мәртәбәлерәк, ә байрам үткәргән һәр йортҡа, һәр кешегә ҙур сауап була, тип иҫәпләнә. Республикала  Мәүлит байрамы һуңғы йылдарҙа  киң билдәләнә.
Мәүлит айы башланғас, кешеләр үҙҙәренең теләгенә һәм хәленә ҡарап, туғандарын, ҡарт-ҡороно, күршеләрен табынға йыя. Ай тамамланғансы бер-береһенә ҡунаҡҡа йөрөшә. Ябай ҡунаҡтан айырмалы рәүештә, был табынға саҡырылыусылар араһында доға уҡый белгән кеше булыуы шарт.
Мәүлит байрамы быйыл  23 ғинуарға тиклем дауам итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика