22 июндә «Хәтер шәме» тип аталған халыҡ-ара акция уҙа

22 июндә «Хәтер шәме» тип аталған халыҡ-ара акция уҙа 18.06.2015

Халыҡ һәйкәлдәр тирәләй йыйылып Ватаныбыҙҙы илбаҫарҙарҙан азат итеүсе һалдаттарҙы иҫкә аласаҡ. Башҡортостандың һәр ауылында тиерлек Бөйөк Ватан һуғышында яу яландарында ятып ҡалыусылар иҫтәлеген мәңгеләштергән һәйкәлдәр, таҡтаташтар, обелисктар йәштәр өсөн патриотик тәрбиә сығанағы, һуғыш балалары өсөн оло иҫтәлек.  

Нуриман районының Ҡыҙылъяр ауылында Мөхәммәтйософ Ҡәҙерғолов  иң хөрмәтле уҙамандаҙың береһе. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында разведчик булып хеҙмәт иткән ветеран өсөн ауыл үҙәгендәге һәйкәл изге урын.
Дәһшәтле һуғышҡа ауылдан меңгә яҡын һалдат оҙатыла. 274 яугир яу яланында ятып ҡала. Ошо ҡаһармандарҙың исемдәре мәңгелләштерелеп гранит таштарға уйып яҙылған. Үҙҙәренең туғандарын иҫкә алыу, уларға сәскә һалыу өсөн ауыл халҡы бында йыш йөрөй.
-Хәтер иҫтәлек кәрәк. Улар беҙҙең атайҙар, олатайҙар. Әйтергә кәрәк, хәҙер беҙ 70 йыл тыныс тормошта йәшәйбеҙ.
-Ошонда килгәндә, үҙемдең атайымды иҫкә төшөрөп, ҡайғырып..атайһыҙ үҫтек, уны күрә алманыҡ тигән ҡайғы хәсрәт менән ғүмер буйы йәшәнек.
80-се йылдарҙа төҙөлгән һәйкәл яңыртыу талап итә. Еңеү көнөнә объект тулыһынса төҙөкләндерелеп яңыртыла.
Зилә Шәйхетдинова, Ҡыҙылъяр ауыл биләмәһе башлығы: «Һәйкәл үҙгәреп китте. Заманса материалдар менән эшләнде. Беҙҙең ауылдың күҙ ҡашы булып тора. Һәр үткән кеше ҡыҙыҡһынып инеп ҡарап сыға».
Был таҡтаташта Фәғилә Имаеваның тормош иптәшенең бер тыуған ағаларының исемдәре яҙылған. Ейәндәре, балалары ҡайтҡан һайын улар менән бергә ошонда килеп, туғандарын иҫкә ала. Уларҙан тороп ҡалған хаттарын да һаҡлайҙар.
Ҡайтманылар. Икеһенә лә похорон килде. Береһе өәләнгәйне. Бәпестәре лә булманы, бер ай ғына торҙолар ҙа һуғышҡа китте. Уйлап, илап ҡайтабыҙ ошонан.
Марат Тажетдинов, Яңы Субай ауыл биләмәһе башлығы: «Һуғыштан иҫән ҡайтҡандарҙың хәтерен мәңгелләштереү өсөн, уларҙың исемдәрен яҙып яңы таҡтаташ ҡуйырға уйлайбыҙ».
22 июнь - Бөйөк Ватан һуғышы башланған көн. Бөгөн ул ваҡыттағы ауырлыҡтар, ҡан ҡойоуҙар артта ҡалһа ла, Ватанын һаҡлап алып ҡалған яугирҙар бер ваҡытта ла онотолмаясаҡ. Һәйкәл-таҡтаташтарҙа ғына түгел, һәр кемдең хәтерендә уларҙың ҡаһарманлығы мәңгелеккә уйылып ҡалған.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку