22-23 октябрҙә Өфө бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумын ҡабул итә

22-23 октябрҙә Өфө бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ форумын ҡабул итә 20.10.2015

Сираттағы матбуғат конференцияһында уға әҙерлек мәсьәләләре  тикшерелде. Күләмле сараға төрлө илдәрҙән 1400-ҙән ашыу эшҡыуарлыҡ даирәһе вәкилдәре килеүе көтөлә. Улар иҫәбендә Рәсәйҙең 51 төбәге һәм 21 сит ил йүнселдәре бар. Әйтергә кәрәк, форумға ШОС һәм БРИКС-ҡа ингән илдәрҙән тыш, Пакстан, Афғанстан, Канада, Украина, Италия, Австрия илдәре лә ҡатнаша. Йыйында ауыл хужалығын үҫтереү, туризм, ИТ-технологиялар һәм башҡа һорауҙар ҡарала.

Вячеслав Ғиләжетдинов, Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе: «Рәсәй банктары бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа етди ҡарамай. Минеңсә, был дөрөҫ түгел. Шуға башҡа илдәрҙәге банктарҙың ошо тәңгәлдәге эш тәжрибәһе менән уртаҡлашырға теләйбеҙ. Ғөмүмән, форум - бәләкәй эшҡыуарлыҡ менән танышыу майҙаны буласаҡ. Йүнселдәр үҙҙәренә эшлекле партнерҙар табыр тип уйлайбыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика