21-се быуатта, юғары технологиялар, нано үлсәмдәр кимәлендә эш иткән заманда тәүтормош ҡоралы барыбер һөҙөмтәле булып ҡала 22.01.2017

Балта көсө тағы бер үҙ тәьҫирен иҫбатланы. Был эш ҡоралы ярҙамында проблемаларҙы хәл итеү хәҙер модаға инде шикелле. Бөрйәндәр балаларҙы мәктәпкә йөрөтөргә транспорт сараһы ҡайтартып алғайны. Өфөлә йәшәүсе оло йәштәге ханым балта ярҙамында тротуарҙы таҙарттырып алды.

Ҡарға күмелгән кәзә һуҡмаҡтарынан йөрөп тамам ялҡҡандыр инде, күрәһең. Ҡулына балта алып үҙенә юл һалырға була. Бындай күренештәр, ғәҙәттә, иғтибарҙан ситтә ҡалмай. Ханымдың ыҙалағанын видеоға төшөрөп интернет селтәренә һалып та ҡуялар. Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәлде бар каналдар ҙа тиерлек күрһәтте. Һәм һөҙөмтә лә оҙаҡ көттөрмәне. Был урынды таҙартып, ялтыратып та ҡуйҙылар.


Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика