21 октябрҙән алып 23-нә тиклем Өфөлә граждандар оборонаһы электр сиреналарының төҙөклөгө тикшерелә 22.10.2014

Баш ҡаланың Граждандарҙы яҡлау идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә,  электр сиреналарының ҡыҫҡа ваҡытҡа тоҡандырылыуы һынау сараһы сиктәрендә үтә һәм быға бәйле  халыҡҡа борсолорға урын юҡ.

Граждандар оборонаһы системаһын яңыртыу баш ҡалала 2007 йылда башланған. Әлегә иҫкәртеү системаһы менән халыҡтың 82 проценты тәьмин ителгән. Күптән түгел Затон һәм Сипайлово биҫтәләрендә лә электр сиреналарын монтажлау тамамланған, әле уларҙы сафҡа индереү бара. Киләһе йыл Шаҡша, Инорс биҫтәләрендә лә иҫкәртеү системаһын монтажлау эштәре башлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика