2017 йыл Башҡортостанда экология йылы девизы аҫтында үтәсәк 14.01.2017

Уның сиктәрендә тәбиғәтте һаҡлауға йүнәлтелгән күләмле проекттар тормошҡа ашырыу ҡаралған. Уларҙың берәүһе Борай районында буласаҡ. Бында маралдар үрсетеү фермаһы, шулай уҡ пант дауаханаһы булдырыу күҙаллана. Пант, йәғни йәш боландың мөгөҙө шифаһы менән дан тота. Панттан эшләнгән  дарыуҙар ҡан баҫымы, ашҡаҙан системаһы, матдәләр алмашыныуы, иммунитет менән бәйле ауырыуҙарға ҡаршы файҙалы. 70 мең самаһы марал үрсеткән Алтай крайында ошо йүнәлештә дауалау төрөн алып барған 3 шифахана эшләй.

Федя исемле айыу балаһы иң яратҡан тәмлекәсен күргәс бер минут та сыҙай алырлыҡ түгел. Ул шунда уҡ ҡуйыртылған һөт шешәһен эләктереп ала. Федяға йәш самаһы, яңы асылған һунарсылыҡ хужалығында уның төп роле - туристар йәлеп итеү. Шуға ла айыу балаһын ҡарап ҡына торалар, уға бутҡа бешерәләр, януар менән уйнарға ла онотмайҙар.
Борайҙағы һунарсылыҡ хужалығы 32 мең гектарҙан ашыу майҙанды биләй. Уның 300 гектарға яҡыны кәртә менән уратып алған. Бында һарыҡ, һыйыр кеүек йорт малдарынан башҡа ала-сыбар боландар, ҡабан сусҡалары бар. Боландар әле 7, тағы тиҫтәнән ашыуы ауырыуға дусар булып ҡырыла, ә бына  ҡабандар ҡурсаулыҡ шарттарында үрсей генә. Бер йылда уларҙың һаны өс тапҡырға артҡан.
Артабан бында шулай уҡ маралдар үрсетеү ҡарала. Һунарсылыҡ хужалығы етәксеһе ярҙамсыһы Валерий Антипов бизнес-план да төҙөгән. Уға ярашлы, проект инвестициялары 700 миллион һум самаһы тәшкил итәсәк. Маралдар итенән тыш бигерәк тә мөгөҙҙәре менән ҡиммәтле. Йәш хайуандарҙың ҡатып етмәгән мөгөҙө дарыу етештереү өсөн ҡулланыла. Уларҙың шифаһы айырыуса Көньяҡ-көнсығыш Азия илдәрендә яҡшы билдәле, әле маралдарҙы күпләп үрсетеүсе Алтай хужалыҡтары продукцияһының килограммын 500 доллар самаһы хаҡҡа һата. Төбәктә шулай уҡ махсус шифаханалар ҙа эшләй. Борайҙа ла ошондай проект тормошҡа ашһа, бөтәһе өсөн отошло булыр тип билдәләй белгестәр. Сөнки ул ауыл хужалығы тармағы менән дә тығыҙ бәйле.
Илдар Һаҙыев: «Был проект фермерҙар менән хеҙмәттәшлектә булдырылыуы мөһим. Әгәр ҙә ысынлап та, маралдар һаны планлаштырылған 10 меңгә етһә, уларға етерлек кимәлдә аҙыҡ әҙерләү талап ителәсәк, тимәк, баҫыуҙар сәселәсәк, эш буласаҡ. Өҫтәүенә, ауыл хужалы лииняһы буйынса субсидиялар алыу мөмкинлеге лә бар».
Бындай һунарсылыҡ хужалыҡтарын республиканың башҡа төбәктәрендә лә булдырыу мөһим тип өҫтәй белгестәр. Ошондай ойошмалар браконьерлыҡ күренеше кәмеүенә булыша, йәнлектәр популяцияларының төрлөләнеүенә лә килтерә. Туризм тураһында ла оноторға ярамай, һунарсылыҡ хужалыҡтарында хайуандар менән уларҙың тәбиғи шарттарында танышыу мөмкинлеге бар. Бары тик тейешле инфраструктура булһын. Быны яҡшы аңлаусы Борайҙағы һунарсылыҡ хужалығы быйылдан ҡунаҡ йорттары төҙөй башламаҡсы.
  


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика