2016 йылға тиклем республикала балалар баҡсаһына сират бөтөрөлөргә тейеш

2016 йылға тиклем республикала балалар баҡсаһына сират бөтөрөлөргә тейеш 16.09.2014

Ошоно иҫәпкә алып, Баймаҡ ҡалаһында һуңғы бер йыл эсендә ике балалар баҡсаһы сафҡа инде.

Былтыр ҡалала «Миләш» мәктәпкәсә учреждениеһы файҙаланыуға тапшырылһа, ошо көндәрҙә 150 урынға иҫәпләнгән «Толпар» тип исемләнгән яңы балалар баҡсаһы ишектәрен асты. Бинаны тиҙ арала сафҡа индереүгә Баймаҡ күсмә машиналар колоннаһы йәмғиәте күп көс һалған. Яңы балалар баҡсаһы 200-ҙән ашыу ғаиләнең көнүҙәк проблемаһын хәл итә. Ике ҡатлы иркен бинаның музыка һәм спорт залдары, уйын һәм йоҡо бүлмәләре лә заманса йыһазландырылған. Ата-әсәләр ҙә, тәрбиәселәр ҙә баҡса асылыуын көтөп алды. 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку