2015 йылда республика яҡшы макроиҡтисади күрһәткестәргә өлгәште

2015 йылда республика яҡшы макроиҡтисади күрһәткестәргә өлгәште 25.12.2015

Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Дәүләт советы ултырышы йомғаҡтары буйынса журналистар менән аралашыуҙа белдерҙе.

Йыл йомғаҡтарына килгәндә, социаль тотороҡлоҡ, халыҡтың килеме беҙҙең өсөн иң мөһим күрһәткес булып тора. Беҙ яҡшы һәм ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса лайыҡлы макроиҡтисади күрһәткестәр хаҡында һөйләй алабыҙ, - тине республика етәксеһе. - Әммә микрокүрһәткестәр араһында 2016 йылда хәлдең яҡшырыуын талап иткән позициялар ҙа бар. Был халыҡтың хеҙмәт хаҡын, килемен арттырыуға ҡағыла. Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, был глобаль иҡтисади проблемаларға һәм Рәсәйгә ҡарата санкцияларға бәйле. Республика Башлығы 2016 йылда ошо йүнәлеште үҙгәртеп буласағына ышаныс белдерҙе. Төбәк етәксеһе «Башнефть» компанияһы акциялары пакетын республикаға тапшырыуҙы, шулай уҡ Башҡортостанда ҙур саралар һәм форумдар, шул иҫәптән, ШОС һәм БРИКС саммиттарын үткәреүҙе лә билдәләне.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика