2014 йылдың 10 айы эсендә Өфөнөң Калинин районында 114 янғын сыҡҡан

2014 йылдың 10 айы эсендә Өфөнөң Калинин районында 114 янғын сыҡҡан 08.11.2014

Был былтырғы менән сағыштырғанда, 10 осраҡҡа кәмерәк. Ыңғай үҙгәрештәр - ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе иҫкәртеү саралары һөҙөмтәһе.

Янғын һүндереүселәр, әйтерһең дә, мейес оҫталары. Етешһеҙлектәрҙе шунда уҡ билдәләй. Башлыса иҫкәртеүҙәр йорттарҙағы мейестең таушала башлауына, йә стенаға яҡын урынлашыуына бәйле. Шулай уҡ мейестең аҡланған булыуы ла мөһим. Сөнки кирбес араһынан сыҡҡан төтөн, эҙ ҡалдырып, шунда уҡ күҙгә ташлана. Хужаларҙың да төрлөһө бар, ҡайһы берәүҙәр хәүефһеҙлекте мейесте ябып ҡуйыуҙа ғына күрә. Тап ошондай хужалар һаҡһыҙ ҡыланып үҙенең һәм күршеһенең мөлкәтен үртәмәһен өсөн янғын һүндереүселәр ай һайын профилактик рейд ойоштора. Сара сиктәрендә улар мейестәрҙең торошон тикшерә, хужаларға кәрәкле мәғлүмәт яҙылған ҡағыҙ тарата. Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренә ярашлы, мейес алдында мотлаҡ ҡалай япма ятырға тейеш. Шулай уҡ мөрйәнең таҙа булыуы ла мөһим. Бынан тыш, йорт хужаһы, янғын сыға ҡалһа, үҙен дөрөҫ тоторға тейеш.
Александр Айдимиров, Өфө ҡалаһының янғындарҙан һаҡлау идаралығы бүлеге етәксеһе: «Мейесте барыбер ҙә хәүефле тип атап булмай. Ғәҙәттә, янғын кешенең үҙенең ғәйебе арҡаһында сыға. Кемдер мейес алдында утын киптерә, бәғзеләр уның ярыҡтарын һылауҙы кәрәк тип тә тапмай. Рейдтың маҡсаты - йорт хужаларына хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен аңлатыу».
Өфөнөң Калинин районында алты меңгә яҡын шәхси йорт иҫәпләнә. Хәҙер инде торлаҡтарҙың күбеһе зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған. Ләкин хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәү - һәр кем өсөн мотлаҡ талап. Йортоғоҙ нисек кенә йылытылһа ла, газ, электр булһынмы, йә иһә утын яғаһығыҙмы, һәр саҡ уяу булырға кәрәк, тип иҫкәртә ҡотҡарыусылар. Сөнки, ғәҙәттә, янғын ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу һөҙөмтәһендә сыға. Фажиғәгә юл ҡуймаҫ өсөн янғын хәүефһеҙлеге талаптарын теүәл үтәү кәңәш ителә. Электр сымдарының, мейестең, газ торбаларының торошон тикшереп торорға кәрәк. Ә инде янғын сыға ҡалһа, кисекмәҫтән 01 йәки 112 номерҙары буйынса хәбәр итеү зарур.
Илфат Кинйәбаев

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку