2014 йылда Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле алдағы йыл менән сағыштырғанда кәмегән

2014 йылда Башҡортостанда  эшһеҙлек кимәле алдағы  йыл менән сағыштырғанда кәмегән 27.02.2015

Был хаҡта бөгөн Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының киңәйтелгән ултырышында билдәләнде.

Утыҙ ете муниципаль берәмектә эшһеҙлек кимәле дөйөм республикалағы менән сағыштырғанда түбәнәйгән.  Мәшғүллек үҙәктәре ярҙамында 65 мең кеше эшкә  урынлашҡан, биш меңдән ашыуы икенсе һөнәргә уҡытылған.   Бынан тыш, былтыр Украинанан килгән  мең ете йөҙҙән ашыу ҡасаҡ эш менән тәьмин ителгән. Шулай ҙа  кире  күрһәткестәр ҙә юҡ түгел. Был бигерәк тә  Өфөнөң Дим, Совет  һәм Киров райондарына, Күмертау, Межгорье, Учалы ҡалаларына һәм Бөрйән, Илеш, Ҡырмыҫҡалы райондарына ҡағыла. Социаль хеҙмәттәр  күрһәтеүсе коммерция булмаған ойошмалар араһында быйыл  конкурс үткәреү ҡаралған. Ошо маҡсатта республикаға ун һигеҙ миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был өлкә   мәрхәмәтле кешеләрҙән дә ҙур ярҙам тойоп эшләй. Былтыр хәйриә саралары өсөн 220 миллион һум аҡса йыйылған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку