2013 йылда юл фажиғәһендә 79 бала зыян күрһә, 2014 йылда ике тапҡырға күберәк 13.02.2015

Ҡыҙғанысҡа күңелһеҙ статистика йылдан йыл арта. Юл фажиғәләрен кисектерергә мөмкин. Бының өсөн махсус саралар күреү мөһим, ти юл хәүефһеҙлеге инспекторҙары. Уларҙың береһе ҡараңғы ваҡытта фликерҙар йә махсус ялтырауыҡтар тегелгән кейем кейеү. Беренсе июлдән был ҡәғиҙә ғәмәлгә инәсәк. Уны инҡар итеүселәргә 500 һум күләмендә штраф ҡаралған. Республикала фликерҙарҙы пропагандалау буйынса күләмле саралар үтә.

Өфөнөң 17-се клиник дауаханаһының травмотология бүлегенә көн һайын төрлө тән йәрәхәттәре менән балалар килә. Улар араһында аварияларҙа зыян күреүселәр ҙә бар. Күңелһеҙ ваҡиғаға юл ҡуймау өсөн балалар араһында аңлатыу эштәре алып барыу зарур. Ошо уңайҙан юл хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре дауахана пациенттарына фликерҙар таратты. Төндә фар яҡтыһында яныусы фликерҙар руль артындағыларға юл ситендә китеп барыусы йәйәүлене күрергә ярҙам итәсәк.  Мишкә районынан килгән Аделина Әхмәрова фликерҙарҙы үҙенең таныштарына ла бүләк итергә теләк белдерҙе.
Мәктәп уҡыусылары дауахананың травмотология бүлегендә ятҡан балаларға юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре тураһында тамаша күрһәтте. Зебра һәм төрлө юл билдәләрең әһәмиәтен аңлата, юлда һаҡ булырға саҡыра. Сәхнә әҫәрҙәре аша кескәйҙәр юл ҡағиҙәләрен яҡшыраҡ үҙләштерә, ти табиптар.
Хәҙерге заманда утты яҡтыртыусы туҡыма элементтарын кейемдә осратырға мөмкин. Кейемгә тегелмәгән осраҡта уны айырым һатып алырға мөмкин. Инспекторҙар балаһының  хәүефһеҙлеге өсөн борсолған ата-әсәләр  иҫкәртеүгә һәм күңелһеҙ статистикаға ҡолаҡ һалыр тигән теләктә. Фликерҙарҙың хаҡы 100 һумдан башлап. Ә баланың ғүмере бөтә нәмәнән дә ҡәҙерлерәк.  
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика