200-ҙән ашыу кеше, 10-лаған бронетехника, 2 самолет

200-ҙән ашыу кеше, 10-лаған бронетехника, 2 самолет 11.06.2015

20 июндә Первушино аэродромы ысын мәғәнәһендә яу яланына әйләнәсәк. Ойоштороусолар икенсе тапҡыр уҙасаҡ «Беҙ – үткәндән» хәрби-тарихи реконструкцияһы иң юғары кимәлдә буласаҡ тип вәғәҙә итә.

Быйылғы тарихи реконструкция 1944 йылда Польша ерендә үткән алышҡа бағышланасаҡ. Сценарий буйынса Вермахт ғәскәрҙәренә  «Салауат Юлаев» исемендәге танктарҙы ҡырыу полкы ҡаршы тора. Билдәле булыуынса ул Башҡортостандан алынған һалдаттарҙан төҙөлгән. Бынан тыш авиашоу, техника һәм ҡорал күргәҙмәләре, төрлө уйындар үткәреү ҡаралған. Үҙҙәренең стендтары менән сарала Башҡортостандың милли һәм Хәрби дан музейҙары ҡатнашасаҡ.
Сергей Миңлеғолов, «Первушин» аэродром комплексы етәксеһе: «Быйылғы сараны Еңеүҙең 70 йыллығына бағышлайбыҙ, уны киңәйтергә, тамашасы өсөн мөмкин тиклем ҡыҙығыраҡ эшләргә тырышабыҙ. Шулай итеп аэродромда интерактив майҙандар буласаҡ, унда хәрби госпиталь менән танышырға, көстәреңде тотҡарлаҡлы йүгерештә һынап ҡарарға мөмкин буласаҡ».
Сараға инеү бушлай, ойоштороусолар шулай уҡ аэродромға тиклем автобустар йөрөйәсәге тураһында хәбәр итә. Улар Көньяҡ автовокзалдан сәғәт 12-лә китә башлаясаҡ. Билет хаҡы 70-80 һум самаһы буласаҡ тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку