20 июндән 31 августҡа тиклем федераль трассаларҙа йөк автомобилдәре хәрәкәте сикләнә

20 июндән 31 августҡа тиклем федераль трассаларҙа йөк автомобилдәре хәрәкәте сикләнә 24.06.2015

Фургондарға һауа температураһы 32 градустан да юғарыраҡ булған осраҡта төндә генә йөрөргә рөхсәт ителә. Әлеге алым  асфальт ҡатламын һаҡлау маҡсатында индерелә. Йәйге селләлә юл япмаһы ирей башлай һәм йырындар барлыҡҡа килә. Ҡайһы саҡта автомобилдәр тәгәрмәсенә лә  урала башлай.

Был датчиктар асфальт ҡатламының аҫтында һәм өҫтөндәге, тирә-йүндәге температураны ла билдәләй. Бынан тыш, метеостанция ел ҡеүәтен, йүнәлешен , яуым-төшөмдө мәғлүмәт үҙәгенә хәбәр итә. Сигналдар юлсыларға оператив  сара күреү мөмкинлеге бирә.
Андрей Олин, «Һамар-Өфө-силәбе»  автомагистрале идаралығының бүлек етәксеһе:
«Федераль юлдарҙы күҙәтеүсе метеостанциялар Башҡортостан биләмәһендә утыҙға яҡын. Улар беҙгә юлдар торошо тураһында оператив мәғлүмәт алып ваҡытында кәрәкле саралар күреү мөмкинлеге бирә. Улар, айырыуса, ҡышҡыһын һөҙөмтәле.  Йәйгеһен  ошо датчиктарҙан алынған мәғлүмәттәрҙе водителдәр юлдарҙа урынлаштырылған таблоларҙа күрә ала».
Әле, мәҫәлән, асфальт ҡатламы температураһы 55-60 градусҡа тиклем күтәрелгән. Һауа торошо 35 градустан да эҫерәк. Бындай шарттарҙа юл ысын мәғәнәһендә  ирей башлай. Һөҙөмтәлә йырындар барлыҡҡа килә, ҡайһы саҡта гудрон ҡатнашмаһы тәгәрмәстәргә йәбешә башлай. Юлдарҙы һаҡлап ҡалыу өсөн берҙән-бер сара - йөк автомобилдәре хәрәкәтен сикләү .
Сикләү 31 августҡа тиклем ғәмәлдә ҡала. Шулай ҙа тәбиғәт водителдәр яҡлы. Бындай ғәҙәттән тыш эҫелек Башҡортостанда һирәк күренеш. Водителдәргә тағы ла аҙна-ун көн тирәһе генә тотҡарланып торорға тура киләсәк.
Үлсәүҙе йөк тейәгән һәр машина үтергә тейеш. Талаптар ҙа төрлө йөк автомобиленә төрлөсә. Һәр хәлдә билдәләнгән ауырлыҡ артмаҫҡа тейеш.
Йөк машиналары хәрәкәтен сикләү илдә яҙ һайын индерелә. Ләкин ул аҙыҡ-түлек, яғыулыҡ, медикаменттар һәм йәшәйеште тәьмин итеүсе башҡа кәрәк-яраҡтар тейәгән автомобилдәргә  ҡағылмай. Йәйге селлә арҡылы индерелгән сикләү бөтә йөк транспортына ла ҡағыла.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика