2 июлдән Ҡырым республикаһында «Таврида» Бөтә Рәсәй йәштәр форумы старт ала

2 июлдән Ҡырым республикаһында «Таврида» Бөтә Рәсәй йәштәр форумы старт ала 25.06.2015

Ике ай дауам итәсәк  йыйында Башҡортостандан 60-ҡа яҡын кеше ҡатнаша. Барыһын да ижадҡа, мәҙәниәткә һөйөү берләштерә. Мәғариф форумында дизайн, архитектура, скульптура, әҙәбиәт һәм журналистика белгестәре айырым майҙансыҡтарҙа эшләй. Тарих менән ҡыҙыҡһыныусылар, хәрби-патриотик клубтар һәм эҙәрмән отрядтары ағзалары ла үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашыр тип көтөлә.

Айнур Сафин, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы белгесе:  «Барлығы 7 смена була. Башҡортостандан 7-8 кеше ебәрелә. Рәсәйҙән бер сменала 500 кеше».
Ете көн дауамында йәштәргә билдәле рәссамдар, театр белгестәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре менән осрашып, оҫталыҡ дәрестәре,  тренингтарҙа ҡатнашыу мөмкинлеге бирелә. Башҡортостан делегацияһы айырым проекттар менән дә сығыш яһай.
Руслан Мәғәлимов, йәш рәссам: «Рәссамдар Союзынан минең кандидатурамды тәҡдим иттеләр. Был форумға минең картиналарым үтте. Ойоштороусыларға оҡшаған. Хәҙер Ҡырым  республикаһына юл тотабыҙ».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку