1945 йылдың 11 апрелендә Фашизмдың тиҙҙән тар-мар ителәсәген тойоп, концлагер тотҡондары баш күтәрә 11.04.2016

Тиңһеҙ алышта күптәр башын һала. Һуғыштан һуң Берләшкән Милләттәр ойошмаһы ҡарары менән 11 апрель халыҡ-ара фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө булараҡ билдәләнә. Илдең һәр төбәгендә ҡот осҡос шарттарҙа һәләк булыусылар, ауыр ғазаптар кисереүселәр иҫкә алына. Лагерҙа иҫән ҡалғандар ҙа бар. Улар әле лә һуғыш йылдарындағы ҡурҡыныс ваҡиғаларҙы яҡшы хәтерләй.

97408-се. Тиҫтәләрсә ай дауамында концлагерь тотҡоно  Жәүит Күҙәев исем-шәрифе урынына ошо һанды йөрөтә.  Фашистар тотҡондарҙы үҙ иркенгә туҡмай, хатта үлтерә лә алған. Әммә ғүмере булғас, ике тапҡыр нацистар  лагерында михнәт күргән һалдат иҫән ҡала. Ул саҡтағы ваҡиғалар әлегәсә Жәүит Күҙәевтың күҙ алдынан китмәй. Төштәрем дә өндәгеләй булып китә, ти Бөйөк Ватан һуғышы ветераны.
Яугир ҡулдары тотҡонлоҡта ниндәй генә ауырлыҡтар күтәрмәгән,   ҡараштарында ла әсирлек ғазабы сағылып китә.
Лагерҙа  фашистар ҡорбандарҙың тиреләрен һыҙыра, улар менән төрлө тәжрибә үткәрә... Ҡанһыҙҙар газ менән кеше үлтереүгә лә барып етә. Газ камераларына ҡатын-ҡыҙҙар, балалар һәм оло йәштәгеләр оҙатыла, ир-егеттәр ауыр эшкә егелә. Бындай вәхшилекте үҙ күҙең менән күреү түгел, күҙ алдына килтереүе лә ҡурҡыныс. Фашист лагерҙарын бушҡа ғына «үлем фабрикаһы» тип атамайҙар.  
Жәүит Күҙәевҡа 96 йәш. Ул әле лә рухи күтәренкелектә, хәрбиҙәрсә йыйнаҡ ҡиәфәттә. Уның хаҡында китаптар яҙыла, фильм төшөрөлә. Ветеран үҙ башынан үткән ваҡиғаларҙы сәғәттәр буйына һөйләргә әҙер. Немец телендә яҙылған өндәүҙәрҙең йөкмәткееһ һәм уларҙың дөрөҫ әйтелеше лә әлегәсә онотолмай. Шулай ҙа әсирлектә үткән ваҡыт арауығын иҫәпләргә яратмай. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны бөгөнгө тормошҡа һоҡланып-ҡыуанып йәшәй. Тормош иптәше менән өс ул тәрбиәләп үҫтерә. Хәҙерге көндә ейән-ейәнсәрҙәрен, бүлә-бүләсәрҙәрен һөйөп, аҡыллы кәңәштәрен биреп, ҡәҙер-хөрмәттә ғүмер итә. Уның теләге бер: үткәндәр ҡабатланмаһын.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика