1941 һәм 2015 йылдарҙы берләштергән Дебальцев ҡалаһы

1941 һәм 2015 йылдарҙы берләштергән Дебальцев ҡалаһы 19.02.2015

Ҡала эргәһендә  окоп ҡаҙығанда  Бөйөк Ватан һуғышы яугирының һөйәктәре табыла. Ул легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры һөйәктәре тигән фараз бар.

Дебальцев ҡалаһында барған алышҡа тиҫтәләрсә йыл ваҡыт үткән, әммә бында әле лә шартлау тауышы яңғырай. Егерме беренсе быуат һалдаты окоп ҡаҙғанда, егерменсе быуаттың билдәһеҙ яугирына юлыға. Был 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы һалдаты һөйәгелер тигән фараз тарала. Фекерҙе Республика
«Хәрби Дан» музейы ғилми хеҙмәткәре Фәрит Вахитов та уртаҡлаша.
Республика халҡы Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын онотмай, уларҙың рухына арнап төрлө патриотик саралар уҙғара, музейҙар аса. Миҫалға, Ҡырмыҫҡалы районының Шайморат ауылын алайыҡ.
Күргәҙмә залында генерал Миңлеғәле Шайморатовтың тормош һәм хәрби хеҙмәт юлы урын алған. Стенд фотолар менән генә түгел, архив документ, материалдар менән дә байытылған. Ә был шаршау артында тамаша тағы ла үҙенсәлекле. Республикала беренсе тапҡыр 3Д форматындағы документаль әҫәр. Уҙған быуаттың 40-сы йылдары ваҡиғалары күҙ алдында йәнләнгәндәй тойолдо. Йәш быуында компьютер технологиялары ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыуынан файҙаланып, был алымды патриотик тәрбиә эшендә лә ҡулланыу яҡшы һөҙөмтә бирәсәк, ти ҡырмыҫҡалылар.
Легендар яҡташтары менән төбәк халҡы хаҡлы ғорурлана. Күргәҙмә залын булдырыуға шаймораттарға Рәсәй мәғарифы гранты булышлыҡ иткән.
Тиҙҙән Рәсәй халҡы Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығын билдәләй. Оло байрамды олоһо ла, кесеһе лә берҙәй тулҡынланыу менән көтә. Фронт һыҙығында хәбәрһеҙ юғалған йөҙҙәрсә яугир ҡанлы тарихты үҙгәртергә тырышыусыларға юл ҡуймай, онотторорға ла ирек бирмәй. Донбасс ерлегендә Башҡорт атлылары яугиры һөйәктәре табылыуы быға асыҡ миҫал.
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку