18 ғинуар тарих биттәренә Ленинград бокадаһын өҙөү көнө тип ингән

18 ғинуар тарих биттәренә Ленинград бокадаһын өҙөү көнө тип ингән 18.01.2016

Бөгөн Бөрө ҡалаһында ошо уңайҙан урындағы эҙәрмәндәр отрядтары мәктәп уҡыусылары өсөн патриотик сара уҙғарҙы. Осрашыуҙа ас-яланғас ҡалған халыҡтың интегеүҙәре, блокада икмәгенең ҡәҙере хаҡында һуғыш йылдары шаһиттары һөйләне.

Ленинград ҡамауға алынғанда Инна Шмелькова йәш ярымлыҡ ҡына була. Атаһы фронт һыҙығында, әсәһе иһә ике ҡыҙы менән бергә яңғыҙы, терәкһеҙ тороп ҡала. Ас-яланғас халыҡ көскә көн күрә.
Инна Шмелькова, һуғыш балаһы:  «Әсәйем хайуандарҙы ғына түгел, туңып үлгән кешеләрҙе лә ашаған осраҡтар теркәлеүен һөйләй торғайны. Аслыҡ көслө була. Һуғыштан һуң да йәшәүе ауырға тура килде, үҙе бер үлем менән көрәш кеүек. Бәшмәк, төрлө дарыу үләндәрен йыйып - шулар менән генә туҡланғанды иҫләйем».
Ленинград ҡамауҙа ҡалғас миллиондарса кешенең ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡала. Дошман бомбаһы яуғанда, барыһы ла баҙҙа булһынмы, нығытмаламы йәшенер урын эҙләр булған. Шмельковтар ғаиләһе ут яуғанда йорттан сыҡмаған. Һуңынан күршеләре, яҡындары уларҙың өйөн "изге урын" тип йөрөтә башлап, шунда ҡасыр булған.
Инна Шмелькова һуғыш йылдарын әсәһенең һөйләүе буйынса ғына иҫләй. Аяныслы йылдар хәтирәләре менән ул уҡыусыларҙы ла йыш таныштыра. Үҫеп килгән быуын патриотик рухта тәрбиәләнергә тейеш тигән ҡарашта ханым. Бөрө ҡалаһында Ленинград блокадаһына арналған сарала шулай уҡ башҡа ветерандар, һуғыш балалары ла сығыш яһаны. Барыһы ла малай-ҡыҙҙарға "Еңеү ҡәҙерен"ең тәмен еткерергә тырышты.
Ленинград блокадаһы ике йыл да биш ай ваҡытҡа һуҙыла. Бөрө ҡалаһының эҙәрмәндәр отрядтары Йәмәғәт палатаһы менән берлектә мәктәп уҡыусыларына ошо аяуһыҙ осор хаҡында фильм күрһәтеүҙе лә ойоштора. Әйткәндәй, урында башҡа патриотик саралар ҙа йыш үтә.
Тарихи фильмдан һуң уҡыусылар урындағы «комбат» эҙәрмәндәр отряды ойошторған күргәҙмәлә лә әүҙем ҡатнашты. Ундағы экспонаттар менән ҡыҙыҡһыныусылар күп булды. Бынан тыш, ойоштороусылар барыһына ла георгий таҫмаларын таратты.
Сарала ҡатаншыусылар шулай уҡ блокада рецебы буйынса бешерелгән икмәкте лә тәмләп ҡарай алды. Ул ваҡытта был ризыҡ халыҡҡа норма буйынса ғына бирелә. Эшселәргә 250 грамм, ә башҡаларға, шул иҫәптән балаларға уның күләме тағы ла кәмерәк була. Ни бары 125 грамм.
Николай Баранов, Бөрө ҡалаһының «комбат» эҙәрмәндәр отряды командиры
Был акция менән беҙ Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына иғтибарҙы тағы ла арттырырға теләйбеҙ. Еңеү менән ҡайтыусыларға оло рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Уҡыусыларға икмәк таратып иһә, ул осорҙа нисек ошо телемгә генә тиҫтерҙәренең тере ҡалыуын аңлатырға тырыштыҡ.
Үҫмерҙәр ҙә осрашыуҙың һәр яҡлап фәһемле булыуын белдерҙе. Бигерәк тә улар ҙа икмәккә ҡарата ҡараш үҙгәргәндер. Нисек кенә булмаһын, Инна Шмелькова бөгөн ил халҡын бәхетле тормошта йәшәй тип һанай. Ҡанлы йылдар ҡабатлана күрмәһен.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку